Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
6 Апрель 2024, 17:54

Иҫнәү зарарлымы?

Кеше,  иҫнәһә, йоҡоһо туймаған, тибеҙ. Был, ысынлап та, шулаймы икән?

Иҫнәү зарарлымы?Иҫнәү зарарлымы?
Иҫнәү зарарлымы?

 Ғәҙәттә, йоҡо туймауҙан йә бик тә күңелһеҙ дәрестә йәки тамашала ололар һәм балалар иҫнәй башлай. Иҫнәү йоҡларға бирмәй, киреһенсә, организмды уятып ебәрә!  Иҫнәүҙең тағы бер сәбәбе – тынысһыҙлыҡ. Мәҫәлән, кеше ниндәйҙер мөһим осрашыуҙы йә әңгәмәләшеүҙе көткәндә, иҫнәп бөтә стресты бөтөрә һәм организмдың мөмкинлектәрен эшкә егә. Иҫнәү тынысландырып, йоҡонан уятып ҡына ебәрмәй, ә дауалай ҙа. Мәҫәлән, табиптар күрәшлектән  иҫнәргә ҡуша. Был күҙҙәрҙәге көсөргәнеште бөтөрөргә ярҙам итә. Әммә үтә йыш иҫнәү  ниндәйҙер сир тураһында иҫкәртеү булыуы ла ихтимал. Уның сәбәбе көн дауамында йоҡо баҫып, хәлһеҙлек менән йонсотоусы мигрень, баш мейеһендә ҡан әйләнешнең боҙолоуы йә вегетатив-ҡан тамырҙары дистонияһы булыуы мөмкин.

Туҡтауһыҙ иҫнәп ыҙалайһығыҙ икән,  табипҡа күренеп, медицина тикшереүе үтергә кәрәк.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас