Салауат районында хөрмәтле ағинәй, педагог, халыҡ дауалаусыһы Әҡлимә Хәким ҡыҙы Хайрова менән бәхилләшкәндәр. Был турала “На земле Салавата” баҫмаһы хәбәр итә.
Инәй райондың Лағыр ауылында йәшәгән. Халыҡ уны изге күңеле һәм кешеләрҙе дауалай белеүе өсөн яҡын күргән. Уны яратып “Аҡ өләсәй” һәм “Башҡорт Вангаһы” тип йөрөткәндәр. Ул кешеләргә ҡайғылы ваҡыттарында һәр саҡ ярҙам иткән, йөҙәрләгән сирлене аяҡҡа баҫтырған, тик бына үҙен һаҡлап ҡала алмаған.
Салауат районы халҡы ҡайғыра һәм юҡһына. Әҡлимә инәйҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: "На земле Салавата".
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2024-04-06/bash-ort-vanga-y-vafat-bul-an-3717407