+24 °С
Дождь
Был май аяҡ талыуын бөтөрөр, һыҙлауҙы баҫыр, еңеллек килтерер. Ә иң мөһиме, ҡыйбатлы дарыуҙарың ары торһон!
Бының өсөн 300 г спирт, 1 флакон камфара спирты (10 мл), 1 шешә йод (10 мл), 10 төймә ябай анальгин.
Һаналып үтелгәндәрҙең барыһын бергә ҡушып яҡшылап болғат та, ҡараңғы урында 21 көн тот. Унан ҡулланырға ла мөмкин.
Был дауа радикулиттан да, артриттан да, артроздан да, остеохондроздан да - быуын һәм мускулдар менән бәйле барлыҡ сирҙәрҙән ярҙам итә.
Һау-сәләмәт бул!
Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ!