Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
6 Апрель 2024, 09:15

80 йәшлек бабай боҙ аҫтына төшөп киткән

Урамда +16 градус, ә ул боҙ аша сығырға уйлаған.

80 йәшлек бабай боҙ аҫтына төшөп киткән80 йәшлек бабай боҙ аҫтына төшөп киткән
80 йәшлек бабай боҙ аҫтына төшөп киткән

Яҙғы боҙ яҫтыҡ ҡалынлығындай булһа ла ышанма, көҙгө боҙ көҙгө ҡалынлығындай булһа ла ышан, ти халыҡ мәҡәле лә.

Күрәһең, был хаҡта Дәүләкәндә йәшәгән 80 йәшлек олатай белмәгән. Ул Дим йылғаһында боҙ аҫтына төшөп киткән. Зыян күреүсене ҡотҡарыусылар тартып сығарған, әммә ҡарт өшөп өлгөргән. Уны шунда уҡ дауаханаға оҙатҡандар.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығында, йылы һауа торошонда (+16 градус йылылыҡ булғанда) бындай аҙым төптән уйланылмаған аҙым, тип иҫкәртәләр.

"Боҙ хәҙер йоҡа ғына түгел, бик ҡурҡыныс һәм хәүефле. Аҫтан уны һыу емерә, ә өҫтән ҡояш йылыта, шуның өсөн боҙҙоң ҡалынлығы көндән-көн йоҡара", -тиҙәр идаралыҡтың матбуғат хеҙмәтендә.

Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, боҙ менән шаярмағыҙ! Юл урау булһа ла уны урап сығығыҙ!

Фото: "Башинформ".

 

 

Автор:
Читайте нас