Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
5 Апрель 2024, 04:38

Башҡортостанда көтөлгән ғүмер оҙайлығы — 73,2 йәш

Башҡортостанда республика тарихында иң юғары ғүмер оҙайлығына өлгәшелде. Былтыр ул 73,2 йәш тәшкил итте.

Башҡортостанда көтөлгән ғүмер оҙайлығы — 73,2 йәшБашҡортостанда көтөлгән ғүмер оҙайлығы — 73,2 йәш
Башҡортостанда көтөлгән ғүмер оҙайлығы — 73,2 йәш

— Әммә бының менән генә туҡтап ҡалмайбыҙ, ил президенты ҡуйған маҡсатҡа табан ышаныслы барабыҙ. 2030 йылға уртаса ғүмер оҙайлығын  78 йәшкә еткереү бурысы тора, — тип билдәләне хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров Дәүләт Йыйылышында республика хөкүмәтенең йыллыҡ отчеты менән сығыш яһағанда.

Уның һүҙҙәренсә, шуға бәйле Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүленә. Ошо йүнәлеште финанс йәһәтенән тәьмин итеү 2018 йыл менән сағыштырғанда 1,5 тапҡырҙан ашыуға артҡан. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса ғына был сумма яҡынса 107 миллиард һум тәшкил иткән.

Бөгөн республика халҡының 70% ашыуы профилактик тикшереүҙәрҙең барлыҡ төрҙәре менән тәьмин ителгән. «Сәнәғәт диспансеризацияһы» проектын ғәмәлгә ашырыу башланды, уны производствола үтергә мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-04/v-bashkirii-ozhidaemaya-prodolzhitelnost-zhizni-sostavlyaet-73-2-goda-3713778

Автор:Ләйлә Аралбаева.
Автор:
Читайте нас