Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
3 Апрель 2024, 11:21

Ураҙа байрамын ҡаршылап

Район хакимиәтендә милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса район комиссияһының ултырышы уҙҙы. Ураҙа ғәйете яҡынлаша. Райондың мәсеттәрендә байрам саралары үтәсәк. Урындағы властарҙың бурысы – байрам ваҡытында район халҡының һәм ҡунаҡтарының хоҡуҡ тәртибен һәм именлеген тәьмин итеү.Шул уңайҙан райондың имам-мөхтәсибе Ирек Әбүталипов сығыш яһаны.

Ураҙа байрамын ҡаршылапУраҙа байрамын ҡаршылап
Ураҙа байрамын ҡаршылап

- Ураҙа ғәйете алдынан һәр мосолман йортон ғына түгел, ихатаһын да тәртипкә килтерә, таҙарта, йыуа. Шулай булғас, мәсеттәребеҙ ҙә килгән халыҡты ҡабул итергә әҙер булырға, биләмәләр таҙартылырға тейеш.
Был көндө барлыҡ мәсеттәрҙә лә байрам мәжлестәре ойоштороласаҡ, теләгән һәр кеше мохтаждарға саҙаҡа килтерә ала, - тип билдәләне Ирек хәҙрәт.
Шулай уҡ комиссия ағзалары Олокүл һәм Һары-Һаҙ мәсеттәренән килгән ғаризаларҙы ла ҡараны. Тәүге ғариза буйынса Олокүл ауылында икенсе мәсет һалыу өсөн ер биләмәһе бирмәҫкә тигән ҡарар ҡабул ителде. Ойошма йыл дауамында был мәсьәлә буйынса ҡабаттан мөрәжәғәт итә ала. Һары-Һаҙ ауылында буш торған мәктәп бинаһы мәсет итеп үҙгәртеп ҡороу өсөн биреләсәк. Бының өсөн дини ойошманың матди саралары бар.
Ултырышта һүҙ милли йәмәғәтселек ойошмаларының эшенә, шулай уҡ урындағы үҙидараның дини ойошмалар менән берлектә эшләүенә иғтибар биреү кәрәклеге тураһында ла барҙы.

Дөйөм алғанда, комиссияның барлыҡ ҡабул ителгән ҡарарҙары күҙәтеү аҫтында тотола һәм беҙҙең районда милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр килешеп хәл ителә.
Ынйы Сәлихова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас