Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Апрель , 11:00

Һәләк булған шахтерҙарға мемориал барлыҡҡа килде

Амур өлкәһендә 13 шахтер ер аҫтында ҡалғайны. Уларҙың бишәүһе - яҡташтарыбыҙ...    

Һәләк булған шахтерҙарға мемориал барлыҡҡа килде
Һәләк булған шахтерҙарға мемориал барлыҡҡа килде

18 мартта ер емерелеп, Амур өлкәһенең "Пионер" руднигында алтын табыусы шахтерҙар күмелеп ҡалғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы ҡотҡара алманылар. Шуныһы йөрәкте өтә: 13 кешенең бишәүһе Башҡортостандан ине. Дүртәүһе - Сибайҙан, берәүһе - Учалынан.

Әле фажиғә урынында мемориал барлыҡҡа килгән. Стенала ер аҫтында ҡалғандарҙың портреттарын урынлаштырып, уны һәләк булған шахтерҙарҙың хеҙмәттәштәре яһаған. Ике аҙна буйы улар ҙа ышаныс менән йәшәгәйне... Бәләгә тарығандарҙың туғандарын, яҡындарын йыуатып, өмөтләндереп.

Ер убылыу ҡурҡынысы бар тип, ҡотҡарыу операцияһын туҡтаттылар. Ҡаза күреүселәрҙең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: Телеграм/Mash Amur.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
 
Автор:
Читайте нас: