Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Апрель , 13:08

Фытыр саҙаҡаһы бирелмәһә...

Уны ҡасанға тиклем тапшырырға кәрәк, күләме күпме? Саҙаҡаны алғас, ниндәй доға уҡыла?    

Фытыр саҙаҡаһы бирелмәһә...
Фытыр саҙаҡаһы бирелмәһә...

Әҙәм балаһы фытыр саҙаҡаһы бирмәһә, уның ураҙаһы ҡабул ҡылынмай, Рамаҙан айында башҡарған изге ғәмәлдәре Аллаһ Тәғәләгә еткерелмәй, тиелә динебеҙҙә.

Билдәле булыуынса, фытыр саҙаҡаһы Ураҙа байрамындағы ғәйет намаҙы башланғанға тиклем бирелеп бөтөргә тейеш. Әгәр был ваҡыттан һуңлап тапшырылһа, ул ябай хәйер тип иҫәпләнәсәк.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты быйылғы Рамаҙанда фытыр саҙаҡаһының, фидиәнең, зәҡәттең күләме тураһында ҡарар ҡабул итте:

зәҡәт өсөн нисәп – 495 000 һум (алтын хаҡы буйынса),
фытыр саҙаҡаһын түләү өсөн нисәп – 43 000 һум (көмөш хаҡы буйынса),
фытыр саҙаҡаһы күләмен арпа буйынса иҫәпләгәндә – 150 һум, йөҙөм буйынса – 1000 һум,

фидиә күләме – ураҙаны ҡалдырған һәр көн өсөн 400 һум (һаулыҡ торошо буйынса тота алмағанда йәки икенсе ваҡытҡа күсереү мөмкин булмаһа).

Фытыр саҙаҡаһы – фарыз ғәмәл, уны һәр кем үтәргә тейеш. Балалар өсөн ата-әсәһе бирә. Саҙаҡа мохтаждарға, ярлыларға таратыла. “Фәҡирҙәрҙе һоранып йөрөүҙән ҡотҡарығыҙ”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.

Фитыр саҙаҡаһын алғас уҡыла торған доға: “Аллаһүммә тәҡаббәл фитратәһү үәсийәмәһү үәстәжибү доғәһү үәғфир ҙүнүбәһү үә әҡҡид имәнәһү үә әҡсыйр әмүәләһ үә үәффиҡһү ғәлә хәйри мәҡәсыйдаһ”.

Мәғәнәһе: "Аллаһ Тәғәләм, фытыр саҙаҡаһы биргәндең ураҙаһын, доғаларын ҡабул ҡыл, гонаһтарын ғәфү ит. Иманына ҡеүәт өҫтә, малын арттыр, изге маҡсаттарына өлгәштер".

Фото: Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты сайты.

Автор:Дилбәр Ишморатова.
Автор:
Читайте нас: