Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Апрель , 12:48

Ураҙабыҙ ҡабул булһын

Мөбәрәк Рамаҙан айы бара. Мосолман халҡына был айҙың йәненә, тәненә, күңеленә ыңғай йоғонтоһо барлығын һөйләп тораһы ла түгел.

Ураҙабыҙ ҡабул булһын
Ураҙабыҙ ҡабул булһын

Ураҙа тотоп, йәмәғәт менән тәрәүих намаҙҙарына мәсеткә йөрөү, бергәләп ауыҙ асыуҙың һәр көнө байрам кеүек. Хәҙер күп кеше дингә ынтыла. Ураҙаны йәштәр араһында тотҡандар ҙа байтаҡ.
Тәрәүих намаҙын йәмәғәт менән мәсеттә уҡыу бигерәк тә сөннәт һәм сауаплы һанала.

Ҡарлыман ауылының мәсете лә был көндәрҙә иман нурҙарына ҡойона. Ауылдың һәм Ҡырмыҫҡалының ир-егеттәре тәрәүих намаҙҙарына йөрөйҙәр.
Ауылдың имамы Айҙар хәҙрәт Ҡолғонин йәстү, витр вәжип намаҙҙарын, ә 20 рәҡәғәт тәрәүих намаҙҙарын егеттәр бүлешеп тауыш менән уҡый. Йыйылыусылар файҙалы вәғәздәр тыңлап,имандарын нығытып, йән аҙығы алып ҡайта.

Зөлфәр Хөсәйенов.

Ҡарлыман ауылы.

 

Автор:
Читайте нас: