Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
2 Апрель 2024, 16:09

Башҡортостанды йәнә ҡуйы томан ҡаплай

Башҡортостанда йәнә хәүефле метеорологик күренештәр фаразлана. Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 3 апрелдә төндә һәм иртән урыны менән томан төшөүе көтөлә, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмерәк.

Башҡортостанды йәнә ҡуйы томан ҡаплайБашҡортостанды йәнә ҡуйы томан ҡаплай
Башҡортостанды йәнә ҡуйы томан ҡаплай

Иртәгә көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы фаразлана. Ел көньяҡтан, тиҙлеге секундына 1-6 метр, көндөҙ урыны менән секундына 14 метрға тиклем етеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә 0, +5°, көндөҙ +9, +14°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-02/bashkiriyu-vnov-okutaet-gustoy-tuman-3710905

Автор:
Читайте нас