Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Апрель , 19:38

Минең ейәнсәремме икән?

Фәниә ҡаланың икенсе яҡ башына әхирәте янына осрашыуға китеп бара. Римма менән институтта биш йыл бергә уҡып, бер бүлмәлә йәшәһәләр ҙә, һирәк осрашалар.

Минең ейәнсәремме икән?
Минең ейәнсәремме икән?

Ә унда, ысынлап та,  килене Зәлифә ултыра ине. Ултыра ғына түгел, шофер менән ҡосаҡлашып үбешәләр... Тик уныһы Фәниә теге саҡ кафела күргән ир түгел, бөтөнләй башҡа егет.

Фәниә ҡаланың икенсе яҡ башына әхирәте янына осрашыуға китеп бара. Римма менән институтта биш йыл бергә уҡып, бер бүлмәлә йәшәһәләр ҙә, һирәк осрашалар. Теләк бар ҙа бит, форсат юҡ – Фәниә үҙе күптән түгел пенсияға сыҡһа ла, әхирәте һаман эштән китә алмай, шуға күрә бөтә аралашыу, беҙҙең заманда күптәргә хас булғанса, социаль селтәрҙә генә бара. Бөгөн иһә Римма ваҡыты бушағыраҡ булыуы тураһында яҙҙы һәм эшенән йыраҡ түгел бер кафела осрашырға тәҡдим итте.

Кафе алдында улар ҡосаҡла­шып күреште. Римма әйтеүенсә, уларҙың директоры командиров­каға киткән һәм шуға оҙағыраҡ һөйләшеп ултырыу мөмкинлеге бар. Ә һөйләшер һәм кәңәшләшер нәмәләр күп, ватсаптағы ҡыҫҡа хәбәр­ҙәр әңгәмәне алмаштыра алмай.

Залға үтеп, мөйөштәге өҫтәл янына ултырғас та, һүҙ тәүҙә ниндәй ризыҡ алыу тураһында барҙы, һирәк осрашҡанда бер-береңде һәйбәт тәм-том менән һыйлағы килә бит. Баҡһаң, уларҙың ниндәй тәмлекәстәргә өҫтөнлөк биреүе лә студент саҡтарынан үҙгәрмәгән икән.

Байтаҡ һөйләшеп ултырғас, Римма сәғәтенә күҙ һалғылай башланы. Юҡ, Фәниә быға һис үпкәләмәй, әхирәте эш кешеһе бит. Ә тегеһе, ишек яғына ҡарап алды ла, аптырабыраҡ өндәште:

– Ҡара әле, анау килеп ингән икәүҙең береһе һинең киленең Зәлифә түгелме?

Фәниә шул яҡҡа боролоп ҡараны. Башын әхирәтенә табан кире борғанда йөҙө алһыуланып киткәйне. Эйе, оҡшаған ғына түгел, ә тап үҙе – улының ҡатыны. Эш мәлендә ҡаланың был өлөшөндә ни эшләп йөрөүе аңлашылмай, ә иң мөһиме – ул бер үҙе түгел, ә ниндәйҙер ир менән килеп инде лә тәҙрә эргәһендәге өҫтәл янына барып ултырҙылар. Ир кеше менән бергә йөрөп ятыуы, тәбиғи, әле бер нимәгә лә ишара итмәй, бәлки, эш буйынса осрашаларҙыр. Тик улай тип уйламаҫҡа ныҡлы нигеҙ бар ине шул: тегеләр өҫтәл эргәһенә килгәс тә бер-береһенә һыйынышып ҡосаҡлашып торҙо, ултырғас та ир кеше ҡатындың ҡул­дарын ысҡындырманы әле. Зәлифә унан күҙ­ҙәрен дә алмай, бер нисә өҫтәл аша ҡәйнәһе ултырыуын һәм уға ҡарауын күрмәй ҙә.

Фәниә был ирҙе бер аҙ сырамытҡандай ҙа булды... Эйе-эйе, бер ай самаһы элек килене йорттарынан йыраҡ түгел туҡтаған машинанан сыҡҡанда рулдә ошо ирекәй ултыра ине. Күрмәһә, иҫен­дә ҡалмаҫ та ине, әлбиттә, ләкин шофер Зәлифәне үҙе лә машинанан сығып, оҙатып тороп ҡалды. Һәм хат­та ҡулын да үбергә ынтыл­ғайны, әммә ҡатын яҡынлашып килгән ҡәйнәһен күреп ҡалды ла ситкәрәк тайшанып өлгөрҙө. Ул саҡ­та Фәниә: “Ярай инде, күҙемә күренгән генәлер. Килендән һәр саҡ шикләнәһең ин­де...” – тип уйлап ҡуйғайны. Етмәһә, Зәлифә лә онот­торорға тырышты: ҡәйнәһен ҡосаҡ­лап алды ла, йылмайған булып, кәрәккән-кәрәкмәгән хәбәрҙәрен һөйләргә тотондо.

 – Ә был – минең коллегам, юл ыңғайы булғас, ултыртып алды инде, миңә лә ҡайтып етеүе тиҙерәк... – тине ул.

Хәҙер килеп, Фәниә был ваҡи­ғаға тейешле әһәмиәт бирмәгәнен аңланы. Эйе, кәмендә бер ай элек булды ошо хәл, ә ғәмәлдә ҡасан килене уның һөйәркәһенә әйләнгә­нен береһе лә әйтмәйәсәк, әлбиттә.

Римма, әхирәтенең төҫө ҡасыуын күреп, бөтәһен дә аңланы.

– Киленең, тимәк... – тине ул, Фәниәнең ҡулынан тотоп. – Нимә эшләргә уйлайһың?

“Ысынлап та, ни ҡылырға һуң? – тип уйланды Фәниә. – Әллә кафенан һиҙҙермәй генә сығып ысҡынырғамы? Тик был саҡта килен ишараты улымды алдап йөрөүен дауам итәсәк бит!.. Юҡ, быға һис тә юл ҡуйырға ярамай!”

Ул яй ғына урынынан торҙо ла, үҙен ҡулда тоторға тырышып, килене яғына атланы. Тегеһе атлап килгән ҡәйнәһен күреп ҡалды, ҡурҡыуҙан ныҡ ҡаушағаны йөҙөнә сыҡты. Был да шуны уҡ раҫлай – тимәк, эшлекле осрашыу түгел, ә һөйәре менән күрешә. Ул ҡулын теге ирҙең устарынан тартып алды, тик инде һуң икәнен Зәлифә үҙе лә аңлай ине.

– Һаумы, килен! – тине Фәниә, тауышын күтәрмәй генә. – Ҡурҡма, мин ыҙғыш сығарырға ынтылмайым. Хатта бик теләһәм дә. Әммә өйгә ҡайтҡас та иреңә үҙең һөйләп бирергә тейешһең! Йәшермәйенсә, барыһын да һөйләп бир уға! Шунан ни эшләргә икәнен улым үҙе белер! Аңланыңмы?

Килененең нимә тип яуап биререн дә көтмәй, ул кафенан сығыу яғына атланы. Хатта, тулҡынла­ныуҙан, уны көтөп ситтәрәк ултырған әхирәтен дә онотҡайны.

Өйөнә ҡайтҡас, Фәниә үҙенә урын таба алманы, бер ултырҙы, бер йөрөп алды. Кис еткәнен саҡ көтөп алып, улына шылтыратты. Уныһының тауыш көр һәм кәйефе шәп ине. Тимәк, йә Зәлифә уға бер нәмә лә һөйләмәгән, йә эштән ҡайтмаған әле. Һуңғыһы дөрөҫ булып сыҡты.

Улы менән һөйләшеп бөтөр-бөтмәҫтән ишектә ҡыңғырау шылтыраны. Барып асһа, килене Зәлифә! Ул елдәй туҙынып килеп инде лә, ҡәйнәһенә һүҙ әйтергә лә бирмәй, тәтелдәргә тотондо:

– Ҡәйнәм, бер үк ғәфү итә күр инде! Иремә бер нисек тә һөйләй алмайым бит инде был хәлде! Яратам мин улығыҙҙы! Уның менән айырылышырға теләмәйем! Ә был кеше – осраҡлы мауығыу ғына... Кем менән генә булмай... Әйҙәгеҙ, онотайыҡ, башҡа бер ҡасан да ҡабатланмаҫ, улығыҙға ғүмер буйы тоғро булырмын!..

– Юҡ! – тип бүлдерҙе Фәниә киленен. – Мин һиңә башҡаса ышанмайым. Хәмит улымды артабан да алдап йөрөргә бирмәйәсәкмен. Иртәнән һуңға уның тыуған көнө, шунда бергә йыйылабыҙ. Унда йә һин дөрөҫөн һөйләп бирерһең, йә булмаһа – мин, байрамды боҙоп, үҙем әйтермен!

Улының тыуған көнөнә Фәниә нимә тип әйтерен алдап уйлап, бик тәүәккәлләп барғайны ла, тик мәжлес дауамында уның был ҡыйыулығы кәмегәндән-кәмей барҙы. Сәбәбе шул уҡ: Хәмит шул тиклем юғары кәйефтә, ҡатынына яратып ҡарап ала... Фәниә уны ситкә саҡырып асыҡтан-асыҡ һөйләшергә ҡыйманы. “Мәжлесте боҙоу – бер хәл, хәҙер уның тормошо ла селпәрәмә киләсәк бит әле...” – тип әсенеп уйланы ул.

Ҡунаҡ тамамланғансы ҡараңғы сырай менән ултырып һәм күңелһеҙ уйҙарынан ялҡҡас, Фәниә, башы ауыртыуға һылтанып, ҡайтырға сыҡты. Артынан килене йүгереп сығып, уны ҡосаҡлап алды:

– Рәхмәт һеҙгә, ҡәйнәм! Һеҙ үкенмәҫһегеҙ, беҙ Хәмит менән бәхетле йәшәрбеҙ! Ант итеп әйтәм: башҡа ирҙәргә бер ҡасан да ҡарамаясаҡмын!

Фатирына ҡайтҡас, бер аҙ аптырап уйланып ултырҙы ла Риммаға шылтыратырға булды.

– Шунан, һөйләнеңме улыңа? – тип ҡыҙыҡһынды әхирәте.

– Юҡ шул, булдыра алманым. Күреп торам, кәләшен ныҡ ярата... Килен дә башҡа ҡабатланмаҫ, тип ант итте...

– Уныһын үҙең ҡара инде, тик тулыһынса ышанып етмә, күҙәтергә кәрәк уны.

Фәниә йәш ғаиләне нығыраҡ күҙәтергә булды. Килене ҡайтыр саҡта уларға барырға ғәҙәтләнде. Зәлифә эштән һәр саҡ ваҡытын­да ҡайта, буш ваҡытын ире менән ге­нә үткә­рә. Фәниә тамам тынысланды. “Ярай, йәш саҡ­та ундай хәлдәр генә була инде ул...” – тип уйлай ине, был хәл ҡабат иҫенә төшкәндә.

Ике йылдан Зәлифә менән Хә­мит­тең ҡыҙы тыуҙы. Донъяла Хә­мит­тән дә бәхет­лерәк атай юҡтыр кеүек ине, ул ҡыҙы менән кәләшен ҡулдарында ғына йөрөтөргә әҙер. Уларға ҡарап, Фәниәнең дә ҡа­наттары үҫеп киткәндәй була.

Ейәнсәренә иртәгә өс йәш тула тигәндә Фәниә уға берәй һәйбәт бүләк ҡарарға булды һәм яңы ғына асылған, көн һайын рекламаланған балалар кибетенә йүнәлде. Уныһы алыҫта, ҡаланың  ситендә, шуға такси менән барырға ҡарар итте. Ярай әле, такси алған, сөнки йәмәғәт транспортында булһа, теләгән ваҡытында туҡтата алмаҫ ине. Ә туҡтатыу зарурлығы кинәт килеп сыҡты: ситтәрәк торған аҡ төҫтәге автомобилдә уның килене ултыра түгелме?!

– Туҡтағыҙ әле, туҡтатығыҙ! – тине ул таксист егеткә. – Артҡараҡ китегеҙ саҡ ҡына, анау торған машинала кемдәр ултырғанын ҡа­рарға кәрәк!

Ә унда, ысынлап та,  килене Зәлифә ултыра ине. Ултыра ғына түгел, шофер менән ҡосаҡлашып үбешәләр... Тик уныһы Фәниә теге саҡ кафела күргән ир түгел, бөтөнләй башҡа егет.

Өйөнә ҡайтҡас, ул йоҡлап кит­кәнсе иланы, улына үҙ ваҡытында дөрөҫөн һөйләп бирмәгәне өсөн үкенә ине. Хәҙер килеп, оҙаҡ ваҡыт улынан йәшереп йөрөгән һымаҡ була бит. Нисек итергә? Хәмите ҡатынын өҙөлөп ярата, айырылышыу уның өсөн ҙур фажиғә була­саҡ... Шунан теге ваҡытта һөйләмәгәне өсөн нимә тип аҡланырға... Иң ҙур бәлә – ейәнсәренә атаһынан айырылырға тура киләсәк.

Шул саҡ уның йөрәген бер уй сәнсеп үтте: “Ә минең ейәнсәремме икән әле ул?!” Фәниә хәҙер ни эшләргә, ни ҡылырға белмәй яуап эҙләй...

Ә һеҙ уның урынында нимә эшләр инегеҙ?

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Сығанаҡ: Шоңҡар журналы

Фото: Ф.Рәхмәтуллина

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: