Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Апрель , 19:56

1 апрелдән беҙҙе ниндәй яңылыҡтар көтә?

Закондарҙы белмәү яуаплылыҡтан ҡотҡармай.

1 апрелдән беҙҙе ниндәй яңылыҡтар көтә?
1 апрелдән беҙҙе ниндәй яңылыҡтар көтә?

Закондарҙы белмәү яуаплылыҡтан ҡотҡармай.

Ваҡыт башҡа – заң башҡа, тигәндәй, ҡануниәттә лә үҙгәрештәр даими теркәлә. Һөҙөмтәлә һәр ай һайын яңы закондар йәки булғандарына төҙәтмәләр үҙ көсөнә инә. Апрель өсөн дә был иҫкәрмә түгел. Ҡануниәттә беҙҙе ниндәй яңылыҡтар көтә? Нимә хаҡында белеү мөһим?

Пенсия

Быйыл 1 апрелдән социаль пенсия 7,5 процентҡа индексациялана. Бының өсөн ҡайҙалыр һәм ниндәйҙер документтар тапшырырға кәрәкмәй. Рәсәйҙең Социаль фонды уны автоматик рәүештә атҡара. Ғәҙәттә, бындай пенсияны йылына бер тапҡыр күтәрәләр. Былтыр был коэффициент 3,3 процент тәшкил итте.

Белеүебеҙсә, социаль пенсия кешенең стажына һәм йыйылған баллдарына бәйле түгел. Ул ҡартлыҡ, инвалидлыҡ, ҡараусыны юғалтыу һәм ата-әсәһе асыҡланмаған балаларға тәғәйенләнә.
Водителдәр иғтибарына

Быйыл 1 апрелдән автомобилистарҙы ЮХХДИ-ға транспорт сараһына идара итеү хоҡуғын биргән танытманы алыу өсөн имтихан биргәндә яңылыҡтар көтә. Яҙҙың икенсе айы башынан “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында”ғы Федераль закондың 25-се һәм 26-сы статьяларына үҙгәрештәр үҙ көсөнә инә. Уларға ярашлы, һәр кемгә түбәндәгеләр тураһында белергә кәрәк:
* “Һоро” автомәктәптәрҙә уҡығандар имтихандарға үткәрелмәй. Һүҙ документтарҙа ғына матди-техник базалары “булған” ошондай ойошмалар тураһында бара. Ә ысынбарлыҡта уларҙың водитель танытмаһын уҡып  алыу өсөн тәғәйенләнгән махсус майҙансыҡтары, тренажерҙары һәм башҡалар булмай. Шулай итеп, 1 апрелдән ЮХХДИ инспекторҙары автомәктәптәрҙең уҡыу-матди базаһының яраҡлылығы тураһындағы һығымтаһын ныҡлап тикшерәсәк. Әгәр ойошманың ошондай документы юҡ икән, ул киләсәктә белем биреү тураһындағы эшмәкәрлекте алып бара һәм уны оҙайта алмаясаҡ. Һөҙөмтәлә бындай ойошмаларҙа уҡығандар имтихандар тапшырыу хоҡуғынан мәхрүм ителәсәк. Шуға күрә ошондай ҡыҙғаныс хәлгә тарымау өсөн уҡырға теләгән автомәктәп тураһында мәғлүмәт туплағыҙ.
“Хаталаныу” хоҡуҡтары арта
* 1 апрелдән буласаҡ водителдәргә ЮХХДИ инспекторҙары менән практиканы тапшырғанда 7 штраф балл туплау мөмкинлеге бирелә. Ә әлегә биш балл ғына йыйырға була.
* Киләһе айҙан ЮХХДИ-ға водитель танытмаһын алыу имтихандарын тапшырыу ваҡыты күсерелә. Был өс һынау заданиеларын да үтәй алмағандарға ҡағыла. Быға тиклем ошондай граждандар һынауҙарҙа уңышһыҙлыҡҡа тарығандан һуң бер ай үткәс һәм өс айҙан да ҡалмай йәнә үҙен һынап ҡарарға тейеш ине. 1 апрелдән һуң был хоҡуҡтан алты – туғыҙ ай эсендә генә файҙаланырға мөмкин буласаҡ. Был автомобиль һөйөүселәрҙең имтихандарға етди әҙерләнеүе, һөҙөмтәлә юл-транспорт ваҡиғаларының кәмеүе өсөн кәрәк.
Киләһе айҙан ҡайһы бер осраҡтарҙа имтихандарҙы тапшырыу хоҡуғы бирелмәйәсәк. Был түбәндәге осраҡтарға ҡағыла:
* Транспорт сараһына идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгәндәр;
* Иҫерек килеш транспорт сараһын йөрөткәндәр йәки медицина тикшереүҙән баш тартыусылар.
* Автомобилгә идара итеүгә бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм ителгәндәр.
Ҡайһы бер водитель танытмалары ғәмәлдән сығасаҡ. Уларҙың хужаларына ҡайтанан имтихандар тапшырырға тура киләсәк. Сит ил милли һәм халыҡ-ара водитель танытмалары бер йыл эсендә ғәмәлдә буласаҡ. Мәҫәлән, Рәсәйҙән автомобилист Төркиәлә, Грузияла, Таиландта йәки башҡа илдә имтихандарҙы тапшырған һәм 2024 йылдың 1 апреленән һуң Рәсәйгә ҡайтҡан икән, уның ЮХХДИ-ла йәнә имтихандарҙы тапшырыу өсөн бер йыл ваҡыты буласаҡ.

Күсемһеҙ милек
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр тураһындағы квитанцияла яңы графа барлыҡҡа киләсәк. Ул “Үткән осорҙа ҡулланған өсөн ҡайтанан иҫәпләү” тип атала. Унда һыу, электр энергияһы һәм йылылыҡ өсөн иҫәпләү приборҙары урынлашҡан торлаҡ майҙаны хужаларына сумма иҫәпләнәсәк.

Рәсәйҙең Торлаҡ кодексына һәм “Күсемһеҙ милекте дәүләт теркәүе тураһында”ғы законға үҙгәрештәр үҙ көсөнә инә. Уларға былтыр 21 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйғайны. Һөҙөмтәлә “биналарҙы ҡайтанан планлаштырыу” тигән һүҙбәйләнештең мәғәнәһе һәм был ғәмәлдең тәртибе аныҡлаштырыла. Киләһе ай башынан алып, бинаның майҙанын, ситен үҙгәртеп ҡороу ҡайтанан планлаштырыу тип аталасаҡ. Әгәр торлаҡ булған күсемһеҙ милекте торлаҡ булмағанына күсергәндә яңынан планлаштырыу һәм үҙгәртеп ҡороу талап ителмәй икән, ул “Росреестр”ҙа бинаның тәғәйенләнеше тураһындағы мәғлүмәттәр инлерелегән көндән теркәләсәк. Әгәр бинала үҙгәртеп ҡороу кәрәк икән, был хаҡта 30 көн эсендә “Росреестр”ға хәбәр итергә тура киләсәк. Быға тиклем был ваҡыт билдәләнмәгән ине.  

Үрҙә яҙылғандарҙың барыһы ла торлаҡ бинаны торлаҡ булмағанына йәки киреһенсә күсереү процессын еңелерәк һәм ҡыҫҡараҡ ваҡытта рәсмиләштереү мөмкинлеген бирә, тип белдерә закон проекты авторҙары.

Эшҡыуарлыҡ
Тәмәке һәм никотиндан торған продукция менән сауҙа итеүселәргә дәүләт контроле көсәйә. Аҙыҡ-түлек булмаған, маркировкалау талап ителгән тауарҙар исемлеге киңәйә. Эшҡыуарҙарға кейем-һалымға, шулай уҡ спорт кейеменә һәм башҡа кәрәк-яраҡтарға маркировкалау кодын быйыл 30 сентябрҙән 1 ноябргә тикле алырға һәм сауҙа әйләнешенә индерергә кәрәк. Белгестәр әйтеүенсә, был мотлаҡ маркировкалау һатып алыусыларға продукцияның төп нөсхә булыу-булмауын тикшереү мөмкинлеген бирәсәк. 1 апрелдән алып бикре менән һөмбаштың ыуылдырығын да маркировклау системаһында теркәү зарур.

Яҙҙың икенсе айы башынан төбәк властары аҙ алкоголле эсемлектәр менән ҡойоп сауҙа итеүсе магазиндарҙың эшмәкәрлеген туҡтатыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Был бигерәк тә беренсе ҡатта урынлашҡандарына ҡағыла.
Туризм

Тиҙҙән туризм миҙгеле асыла. Яҡынлашып килгән май байрамдарында күптәр сәйәхәткә юлланасаҡ. Тик 1 апрелдән сәйәхәт итергә яратыусыларҙы ла үҙгәрештәр көтә. Ошо көндән алып, Рәсәйҙә йәшәүселәр шенген визаһын Болгарияның Мәскәүҙәге илселегендә һәм Санкт-Петербургтағы генераль илселегендә  алыу мөмкинлегенә эйә. Ә Санкт-Петербург ҡалаһына билдәле урындарҙы ҡарарға килгәндәр тәүлегенә бәлиғ булған һәр кеше өсөн 100 һум күләмендә курорт йыйымын түләргә тейеш. Был иғәнәне ҡунаҡханалар һәм ҡунаҡтарҙы урынлаштырыуҙы ойоштороу менән шөғөлләнгән башҡа ойошмалар ҡабул итәсәк.

Закондарҙы белмәү яуаплылыҡтан ҡотҡармай. Етмәһә, улар тураһында хәбәрҙар ғына түгел, мотлаҡз үтәү кәрәклеген дә онотмайыҡ.

Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: