Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
31 Март 2024, 14:13

Ҡаймаҡлы бәлеш

Ҡаймаҡлы-эремсекле "заливной" бәлеш ифтар табынығыҙҙы биҙәр.

Ҡаймаҡлы бәлешҠаймаҡлы бәлеш
Ҡаймаҡлы бәлеш

Ҡаймаҡлы-эремсекле "заливной" бәлеш ифтар табынығыҙҙы биҙәр.

 Бүлмә температураһында йомшартылған 1 ҡап майға 1 йомортҡа, ярты стакан шәкәр ҡомо, 300 грамм он, 1 ҡап ҡамыр ҡабартҡыс ( разрыхлитель) ҡушып, ҡамыр баҫырға. Уны табаға йәйеп һалып, йәймәнең ситтәрен күтәрергә һәм шыйыҡ эслекте һалырға.

Эслек өсөн 4 йомортҡаны 6 ҡалаҡ шәкәр менән күпертергә. Бер стакан 20 процентлы ҡала ҡаймағы , 2 ҡап эремсекле сырок , туңдырылған еләк-емеш (иретелгән булырға тейеш)  һалырға. Ҡыҙыу мейестә 40 минут бешерергә. Ҡул аҫтында сырок булмағанда, эслек шыйыҡ килеп сыҡһа, бер ҡалаҡ он һалырға мөмкин.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас