+24 °С
Ямғыр
18 мартта Амур өлкәһенең "Пионер" алтын сығарыу шахтаһында ер ишелеп, 13 шахтер 120 метр тәрәнлектә ер аҫтында ҡалғайны. Араларындағы дүрт кеше - Сибайҙан һәм Учалынан яҡташтарыбыҙ.
Шунан алып ҡотҡарыу эштәре бара, әммә һөҙөмтә юҡ. Дүрт скважина ҡаҙҙылар, әммә унда һыу, боҙ, батҡаҡ ҡына күҙәтелә.
Көндән-көн ер аҫтындағыларҙы иҫән килеш табыу өмөтө кәмей. Кисә Амур өлкәһенә урынға бәләгә тарыусыларҙың туғандары барҙы. Улар менән психологтар эшләй.
Фото: өлкә губернаторы Василий Орловтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.