Сәстең ҡауаҡлауынан ҡотолоу халыҡ тәҡдим иткән ысулдарҙы ҡулланып ҡарарға мөмкин.
- 1,5 стакан кефирға шул уҡ күләмдә араҡы һәм бер сей йомортҡа ҡушып бутағыҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы көн аша баш тиреһенә һөртөгөҙ.
- Бер-ике йомортҡаны күбек барлыҡҡа килгәнсе туҡығыҙ һәм шуның менән башығыҙҙы йыуығыҙ. Һуңынан башығыҙға бал һөртөп, бер сәғәт тотоғоҙ. Аҙағынан сәсегеҙҙе һабын ҡулланмай ғына йылы һыу менән йыуығыҙ.
- Зәйтүн майын бер аҙ йылытығыҙ ҙа, һыуынмаҫ борон мамыҡ менән башығыҙға һөртөгөҙ. Башығыҙға бер аҙ массаж эшләп алғандан һуң, сәстәрегеҙҙе целлофан менән ҡаплап ҡуйығыҙ. 20 минуттан һуң бйыуырға мөмкин.
- 100 г ваҡ ҡына итеп туралған кесерткән япрағына 1,5 стакан һыу ҡойоп, ярты сәғәт бешерергә. Килеп сыҡҡан төнәтмәне һөҙөп алып, 10 көн буйы көн һайын башығыҙҙы шуның менән йыуығыҙ.
- 25 мл кастор майына 12 тамсы эвкалипт майын ҡушып, сәстәрегеҙгә һөртөгөҙ. 20 минут тотҡандан һуң йыуырға мөмкин.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите