Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
24 Март 2024, 09:38

Фәүзиә апайса эслекле ҡоймаҡ бешерәйек

Сөсө ҡоймаҡ ауыҙҙа иреп тора.

Фәүзиә апайса эслекле ҡоймаҡ бешерәйекФәүзиә апайса эслекле ҡоймаҡ бешерәйек
Фәүзиә апайса эслекле ҡоймаҡ бешерәйек

Ишембай районының Смаҡай ауылынан Фәүзиә апай Насырова кеүек аш-һыу оҫталары булғанда ризыҡтарҙы төрлө рецепт менән һайлап бешереү мөмкинлеге киң. Уларҙың кәңәштәрен тыңлау ҙа файҙаға. Был юлы Фәүзиә апай гәзит уҡыусыларына эслекле сөсө ҡоймаҡ бешереү сере менән уртаҡлашты.

- Ярты литр йылы һөт алабыҙ, уға өс йомортҡа, бер балғалаҡ тоҙ, 1,5 аш ҡалағы шәкәр, 250 грамм он ҡушып, яҡшылап бутайбыҙ. Артабан өс аш ҡалағы көнбағыш майы, 150 грамм ҡайнар һыу өҫтәп бутап,  15 минут тирәһенә ултырып ҡуябыҙ. Унан һуң бешерә башларға мөмкин. Ҡоймаҡтың эслегенә 500 грамм тирәһе эремсек, өс аш ҡалағы ҡаймаҡ, ярты стакан тирәһе шәкәр һалып, бергә туғып әҙерләп ҡуябыҙ. Ҡоймағы бик йоҡа, күҙле, тәмле килеп сыға. Ҡоймаҡ бешергәндә табаны әленән-әле майларға онотмағыҙ, - тигән кәңәштәрен еткерә аш-һыу уңғаны.

Фото: Фәүзиә Насырованыҡы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Автор:
Читайте нас