Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
23 Март 2024, 06:34

Быйыл кемдәр пенсияға сыға?

Рәсәйҙә Пенсия реформаһы 2019 йылда башланды.  Ул 2028 йылға тиклем дауам итә.  Һөҙөмтәлә пенсия йәше 5 йылға арттырыла: ҡатын-ҡыҙҙар өсөн – 60 , ир-егеттәр өсөн 65 йәшкә тиклем.

Быйыл кемдәр пенсияға сыға?Быйыл кемдәр пенсияға сыға?
Быйыл кемдәр пенсияға сыға?

Рәсәйҙә Пенсия реформаһы 2019 йылда башланды.  Ул 2028 йылға тиклем дауам итә.  Һөҙөмтәлә пенсия йәше 5 йылға арттырыла: ҡатын-ҡыҙҙар өсөн – 60 , ир-егеттәр өсөн 65 йәшкә тиклем.

 2024 йылда 58 йәше тулған ҡатын-ҡыҙҙар (1966 йылда тыуған) һәм 63 йәше тулған ир-егеттәр (1961 йылғы) хаҡлы ялға китә. 15 йыл хеҙмәт стажы һәм 28,2-нән кәм булмаған страховка коэфициенты булған осраҡта уларға страховка пенсияһы түләнә.

Пенсияға сығыу йылдары:

Ир-егеттәр өсөн:

  • 1961 йылда тыуғандар — 2024 йылда (63 йәштә);
  • 1962 йылда тыуғандар — 2026 йылда (64 йәштә);
  • 1963 йылда тыуғандар — 2028 йылда (65 йәштә);
  • 1964 йылда тыуғандар — 2029 йылда (65 йәштә);
  • 1965 йылда тыуғандар — 2030 йылда (65 йәштә);
  • 1966 йылда тыуғандар — 2031 йылда (65 йәштә);
  • 1967 йылда тыуғандар — 2032 йылда (65 йәштә);
  • 1968 йылда тыуғандар —2033 йылда (65 йәштә);
  • 1969 йылда тыуғандар —2034 йылда (65 йәштә);
  • 1970 йылда тыуғандар —2035 йылда (65 йәштә).

Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн:

  • 1966 йылда тыуғандар —2024 йылда (58 йәштә);
  • 1967 йылда тыуғандар —2026 йылда ( 59 йәштә);
  • 1968 йылда тыуғандар —2028 йылда (60 йәштә);
  • 1969 йылда тыуғандар —2029 йылда (60 йәштә);
  • 1970 йылда тыуғандар — 2030 йылда (60 йәштә).

 

Кемдәр ваҡытынан алда хаҡлы ялға китә ала?

Хеҙмәт стажы ҙур булған граждандарға ваҡытынан алда  хаҡлы ялға китеү мөмкинлеге ҡаралған. 37 йыл рәсми рәүештә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар һәм 42 йыл хеҙмәт стажы булған ир-егеттәр пенсияға ике йылға алданыраҡ китә ала. Әммә ҡатын-ҡыҙҙар 55 йәше тулғас, ә ир-егеттәр 60 йәше тулғас ҡына ошондай хоҡуҡ менән файҙалана ала.

Бынан тыш, элеккесә пенсия йәшенә еткән граждандар эшкә урынлаша алмаған осраҡта ла уларға билдәләнгән ваҡыттан алдараҡ хаҡлы ялға китеү мөмкинлеге бар. Был осраҡта пенсия яңы пенсия йәшенән ике йылға алдараҡ тәғәйенләнә.  

Пенсия нисек иҫәпләнә?

 Йыл һайын РФ Дәүләт Думаһында бер йылға пенсия түләүҙәрен индексациялау параметры раҫлана. Һөҙөмтәлә пенсия өлөштәренең күләме үҙгәрә. Атап әйткәндә, пенсияның билдәләнгән түләү өлөшө һәм шәхси пенсия коэфициенты (икенсе төрлө уны пенсия балы тип йөрөтәбеҙ). 2024 йылға улар раҫланған да инде.

   Бынан тыш, пенсия күләменә өҫтәмәләр ҙә йоғонто яһай.  Пенсионерҙар өсөн бындай өҫтәүҙәрҙе лә арттыралар. Был күрһәткес инфляцияға бәйле һәм айырым алгоритмдар буйынса иҫәпләнә.

Нимә ул пенсия балы һәм  пенсионерға түләүҙең күләменә нисек йоғонто яһай? Ни өсөн пенсия пенсия балына бәйле?

 Пенсияның балдарға бәйле булыуын аңлау өсөн, уның ниндәй өлөштәрҙән тороуын һәм был өлөштәрҙең нисек үҙгәреүен аңларға кәрәк.

 Пенсияның төп элементтары:

  *Билдәләнгән өлөшө — бөтәһе өсөн дә берҙәм күрһәткес

*Пенсия балдары

Билдәләнгән өлөшө бөтә категория пенсионерҙары өсөн дә үҙгәрешһеҙ ҡала. Уның күләме профессиянан да, вазифанан да, йәки пенсионер йәшәгән төбәктән дә тормай. Ул индексацяиланғанда ғына артырға мөмкин. 2023 йылда пенсияның билдәләнгән өлөшө 7567,33 һум булһа, 2024 йылдың 1 ғинуарынан ул 8134,88 һумға тиклем арттырылды.

Пенсия балы – үҙгәреүсән күрһәткес. Пенсионер ни тиклем күберәк балл туплай, түләү ҙә шул тиклем күберәк буласаҡ.  Йәғни ни тиклем күберәк эш хаҡы алып, унан страховка иғәнәһе түләнә, шул тиклем күберәк балл йыйырға була. Әммә эш хаҡы күпме генә булмаһын, кеше йылына 10 балдан артыҡ йыя алмай.

Буласаҡ страховка пенсияһын иҫәпләү формулаһы:

ИПК х СПК + (ФВ х КвФВ),

ИПК — шәхси пенсия балы (коэффициенты)

СПК — пенсия балы (коэффициенты) хаҡы

ФВ — билдәләнгән түләү

КвФВ — шәхси пенсия балын арттырыусы   коэффициент  

Пенсияның билдәләнгән өлөшөнә хеҙмәт эшмәкәрлеге өсөн тупланған балдар хаҡын ҡушырға кәрәк.  

Пенсияны иҫәпләүҙе түбәндәге миҫалдарҙа ҡарайыҡ:

   1-се миҫал.  Гөлдәр Марат ҡыҙы быйыл хаҡлы ялға сығырға тейеш. Тейешле хеҙмәт стажы, пенсия балдары бар һәм ул пенсия йәшенә еткән. Уның пенсия күләмен иҫәпләп ҡарайыҡ.  

  • Билдәләнгән өлөшө — 8 134,88 һум
  • Пенсия балдарының иҫәбе — 120
  • Пенсия балының хаҡы —133,05 һум

Шулай итеп, Гөлдәр Марат ҡыҙының пенсияһы ошолай сыға:

120 х 133,05 + 8 134,88 = 24 100,8 һум.  Бына шул тиклем пенсия аласаҡ ул.

Әммә ҡайһы бер пенсионерҙарға өҫтәмәләр ҙә бар.  Мәҫәлән, Себерҙә  , ауыл ерендә эш  стажы булған, шулай уҡ ҡарамағында бәлиғ булмаған балалы пенсионерҙарға өҫтәмәләр тейеш.

Был осраҡта өҫтәмә пенсияның билдәләнгән өлөшөнә өҫтәлә. Әгәр ҙә пенсионерҙың ҡарамағында бәлиғ булмаған балаһы бар икән, уға пенсияның билдәләнгән өлөшөнөң өстән бер өлөшө күләмендә өҫтәмә түләнә. Әгәр ҙә алда миҫалға килтерелгән Гөлдәр Марат ҡыҙының ҡарамағында бәлиғ булмаған балаһы булһа, уның пенсияһы ошолай булыр ине:

  24 100,8 + 2 711,63 = 26 812,43 һум.

2-се миҫал.

Булат Айрат улы 2024 йылда хаҡлы ялға сыға. Уның эш хаҡы бәләкәй, өҫтәүенә, күп йылдар рәсми рәүештә эшләмәгән. Һөҙөмтәлә ул 30 балл ғына йыя алған.  Ул Алыҫ Себерҙә лә, ауыл хужалығында ла эшләмәгән, бәлиғ булмаған балаһы ла юҡ, тимәк, уның пенсияһы ла ҙур түгел:

8 134,88 + 30 х 133,05 = 12 126,38 һум.

Әгәр ҙә пенсия төбәктә билдәләнгән йәшәү минимумынан бәләкәй икән, уға шул күләмгә еткереү өсөн өҫтәмә булырға тейеш.

Пенсия күләменә күп фактор йоғонто яһай. Иң яҡшыһы – кәрәкле хеҙмәт стажы һәм пенсия балы туплау өсөн рәсми рәүештә эшләү. Эш хаҡы ни тиклем юғарыраҡ, шул тиклем ҙурыраҡ пенсия алырға мөмкин.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас