Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
22 Март 2024, 16:42

Үҫмерҙе айға яҡын эҙләйҙәр

Бәлки, күреүселәр булғандыр?..

Үҫмерҙе айға яҡын эҙләйҙәрҮҫмерҙе айға яҡын эҙләйҙәр
Үҫмерҙе айға яҡын эҙләйҙәр

Иҫке Муйнаҡтан Эмиль өйҙән 23 февралдә үк сығып киткән дә ғәйеп булған

Учалы районының Иҫке Муйнаҡ ауылынан 14 йәшлек Ғәниев Эмилде айға яҡын таба алмайҙар. Ата-әсә үҙаллы эҙләп таба алмағас, ярҙам һорап ирекмәндәргә мөрәжәғәт иткән.

Туғандары әйтеүенсә, үҫмер икенсе районда булыуы ла ихтимал.

Билдәләре: буйы 140 сантиметр тирәһе, ҡаҡса кәүҙәле. Сәсе ҡара-һоро, күҙҙәре асыҡ һоро.

Өҫтөнә ҡара күк куртка, ҡара күк төҫтәрҙәге кроссовка, ҡара ыштан һәм башына ҡара шапка кейгән.

Эмиль тураһында ниндәйҙер мәғлүмәт белеүселәр булһа, 88007005452  ҡыҙыу линия йәки 112 һандары буйынса шылтыратыуығыҙҙы һорайҙар.

Фото: “Лиза-Алерт”.

Автор:Аклима Гизатуллина
Автор:
Читайте нас