Масленица - славян халыҡтарының борондан билдәләнгән байрамы. Масленица байрамы ете көн дауамында үткәрелгән, тәбиғәт көстәренә, йыл миҙгелдәренә табыныу, уларҙың күңелен күрергә тырышыу менән бәйле булған. Был сара күңелле, шау-шыулы, халыҡтың яратҡан байрамына әүерелде. Байрам аҙнаһында кешеләр ҡышты оҙата һәм яҙҙы ҡаршы ала. Яҡты ҡояш, тәмле ҡоймаҡтар һәм Масленица ҡарасҡыһы был байрамдың символдары булып тора.
Районыбыҙҙа ла һуңғы йылдарҙа Масленица байрамы киң ҡолас менән күңелле итеп билдәләнә. Ленин исемендәге майҙанда алма төшөрлөк тә урын юҡ ине. Балалар ҙа, йәштәр ҙә, ололар ҙа күтәренке кәйеф менән килделәр. Әйткәндәй, Масленица байрамы Рәсәй Президенты һайлауҙарының һуңғы көнөнә тура килде. Шуға күрә бик күптәр һайлау участкаларында тауыш биреп, тура майҙанға ағылды.
Байрам күңелле һәм ҡыҙыҡлы үтте, конкурстарға, төрлө мәрәкәләргә, мажараларға бай булды. Байрамда ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән бай программа көтә ине. Сәхнә түренән район Мәҙәниәт һарайы артистары Ольга Исхаҡова, Фәрит Яҡшығолов һәм Филүс Шәңгәрәевтарҙың, “Дәрт”, “Виват” вокал ансамблдәренең күңелле йырҙары байрам кәйефе бүләк итте. “Йондоҙ” өлгөлө бейеү ансамбленең дәртле бейеүҙәренә ҡушылып барыһы ла бейергә төштө. Байрам күңелле ярыштар, милли уйындар менән үрелеп барҙы. Майҙандың икенсе яғында байрамдың кескәй ҡунаҡтары – ҡыҙҙар һәм малайҙар әүҙемлек, етеҙлек, отҡорлоҡ күрһәтеп, әкиәт персонаждары әҙерләгән спорт ярыштарында көс һынашты. Улар күңелле ял, яҡшы кәйеф һәм иҫтәлеккә бүләктәр алып ҡыуанды.
Сарала ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар ашнаҡсылар бешергән тәмле ҡоймаҡ һәм хуш еҫле сәй менән һыйланды.
Шулай уҡ байрам уңайынан Киров урамы буйлап йәрминкә ойошторолдо. Ҡунаҡтарға һәм район халҡына ауыл хужалығы, халыҡ ҡулланыусылар тауарҙары һәм дөйөм туҡланыу продукцияһы тәҡдим ителде.
Сара аҙағында майҙан уртаһында урын алған Ҡыштың ҡарасҡыһын уратып олоһо ла, кесеһе лә әйлән-бәйлән уйнаны, уның менән хушлашты, яҙ бәрәкәт, муллыҡ, уңыштар алып килһен, тигән изге теләктәр теләне. Байрам йылдағыса - ҡарасҡы яндырыу менән тамамланды.
Ҡояшлы көндәр менән һәр йортҡа тыныслыҡ, уңыш һәм бәхет килһен. Барыбыҙ өсөн дә быйылғы йыл туҡлыҡлы һәм яҡшы булыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Фирүзә Йәминева.
Автор фотолары.