“Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте тәфтишсеһе” хәҙер банк хеҙмәткәре Б. Менән элемтәгә инәсәген һәм ул ҡушҡандарҙы үтәргә кәрәклеген хәбәр итә.
Һуңынан ватсапп буйынса ялған “банк хеҙмәткәре” шылтырата. Аралашыу барышында зыян күреүсегә 300 мең һумға тиклем онлайн-кредит рәсмиләштерергә тәҡдим ителә. Ул Үҙәк Банктың рәсми бланкыһында яңыртылған иҫәпте ебәрә. Яуыз ниәтле кеше, ике көндән һуң уның кредиты ғәмәлдән сығарыла, тип ышандыра. Шулай итеп, граждан Б. уның “ҡапҡанына” эләгә – кредит ала һәм, алдаҡсы етәксенең күҙәтеүе аҫтында аҡсаһын “имен” иҫәпкә һала.
Һуңынан “банк хеҙмәткәре” башҡа банктар менән ҙур суммаға кредит рәсмиләштерергә ҡуша. Зыян күреүсе шулай эшләй ҙә, ләкин банкта уға кредит бирмәйҙәр. Б.-ның аҡса ала алмаясағын белгәс, мутлашыусы юҡҡа сыға. Һөҙөмтәлә, район кешеһе яуыз ниәтле кешегә 300 мең һумға яҡын аҡсаһын бирә.
Бындай мутлашыу схемаһы йыш осрай. Мутлашыусылар кешеләргә психологик йоғонто яһайҙар. Йыш ҡына телефон номерҙарын алмаштыралар. Кешеләр уларға ышанып, йыш ҡына аҡсаһын мутлашыусылар иҫәбенә күсереләр.
Хөрмәтле район халҡы, таныш булмаған телефон номерҙарынан шылтыратыусыларға яуап бирмәгеҙ. Аҡсағыҙҙы сит иҫәптәргә күсермәгеҙ. Мутлашыусылар тоҙағына эләкмәгеҙ.
Динар Сәйфуллин, РФ Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары, эске хеҙмәт подполковнигы.