Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
21 Март 2024, 05:43

Күңел йылыһы бүләк итте

Район Мәҙәниәт һарайында мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн «Кескәй принцессалар балы һәм рыцарҙар турниры» мәрхәмәтлек сараһы үтте.

Күңел йылыһы бүләк иттеКүңел йылыһы бүләк итте
Күңел йылыһы бүләк итте

Сараға саҡырылыусы ҡыҙ­ҙар һәм малайҙарҙы әкиәт геройҙары йылы ҡаршы алды. Принцессаларға таждар кейҙерҙеләр, ә рыцарҙарға бант таҡтылар. Ошо саҡта балалар әкиәт донъяһына килеп эләккәндәй булғандарҙыр. Бында фотоға төшөү урындары ла бик мөғжизәле ине. Һәр кем унда иҫтәлеккә фотоға төштө.
Һаулыҡ мөмкинлектәре сик­ләнгән балалар өсөн бик бай һәм мауыҡтырғыс программа әҙерләнгәйне. Мәҙәниәт һарайының икенсе ҡатында һүрәт төшөрөү, аквагрим, сәскә ҡуйыу өсөн резинкалар, беләҙектәр, уйынсыҡтар эшләү һәм башҡа төрлө әйберҙәр яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Фойела аниматорҙар һәм артистар әкиәт персонаждары итеп кейенеп, күңелле тамаша ҡорҙо. Балалар командаларға бүленеп төрлө спорт бәйгеләрендә кемуҙарҙан ярыш­ты. Әкиәт геройҙары менән бергәләп төрлө уйындар ҙа уйнанылар.
Үҙенсәлекле балалар өсөн байрам балы ойошторолдо. Ә ниндәй бал талғын бейеүһеҙ булһын инде. Бәләкәй принцессалар һәм рыцарҙар “Далан” өлгөлө бейеү ансамбле бейеүселәре менән бергәләп вальс бейене.
Артабан сара ҙур залда дауам итте. Сарала ҡатнашыусыларҙы муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Са­биров тәбрикләп изге теләктәр теләне.
- Барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайым. Шатланы­ғыҙ, күңел асығыҙ, йылма­йығыҙ, ҡыуанырға сәбәптәр күберәк булһын. Тормошоғоҙ һәр көн шундай яҡты, сағыу, ҡояшлы һәм яҡшы тәьҫораттар менән тулы булыуын теләйем, - тине Әлфир Фәрхәт улы.
Йылы, ҡанатландырғыс һүҙҙәргә, йыр-моңға бай булды сара. Тамашасыларға сағыу концерт программалары тәҡдим ителде. Һәр сығыш матур һәм үҙенсәлекле булды. Кемдәрҙер дәртле бейеүҙәр менән күңелдәрҙе елкендерһә, икенселәре йырҙары менән моңға сорнаны. Был көндө сәхнәнән мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Уларға афарин тип әйтәһе ҡала.
Сарала ҡатнашҡан барлыҡ балаларға ла бүләктәр таратылды. Байрам тәмле, татлы ризыҡтар менән һығылып торған сәй табыны артында тамамланды.
Был сара балалар һәм уларҙың ата-әсәһенә байрам кәйефе һәм күңел йылыһы бүләк итте. Ул барыһы өсөн дә онотолмаҫлыҡ хәтирәләр булып, күңелдәрҙә оҙаҡҡа ҡалыр.
Зәлиә Байғусҡарова, Үрге Төкөн ауылы:
- Йыл һайын бындай сараларҙан ҡалмаҫҡа тырышабыҙ. Был байрамға килеп ысын принцессаларға әйләнәбеҙ. Беҙ бөгөн концерт номеры ла алып килдек. Лилиә ҡыҙым тамашасылар алдында башҡорт бейеүен бейейәсәк. Ҡыҙым бейергә бик ярата, күптән түгел Шайморатов ауылында үткән бер сарала заманса бейеү менән сығыш яһаны. Әйткәндәй, ауыл клубына йөрөйбөҙ. Унда ауыл клубының мәҙәни ойоштороусыһы Айгөл Хәмитова бейергә һәм йырларға өйрәтә. Ҡыҙым туғыҙынсы класты өйҙә уҡый. Уҡытыусыны түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Уҡырға ла, яҙырға ла тырыша. Яҙыу, һүрәт төшөрөү дәрестәре бик оҡшай. Уҡытыу­сы менән саңғы шыуырға ла сығалар. Ғаиләлә биш бала - өс ҡыҙ, ике малай. Шуларҙың араһынан Лилиә дүртенсе бала булып донъяға килде. Туғандары ярҙам итешәләр, яраталар, бер-береһен һағынышып ҡайталар.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас