Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
21 Март 2024, 14:39

97 йәшлек өләсәйгә тюбингта шыуыу оҡшаған

Был байрам сәйәхәтен ҡыҙы ойошторған.    

97 йәшлек өләсәйгә тюбингта шыуыу оҡшаған97 йәшлек өләсәйгә тюбингта шыуыу оҡшаған
97 йәшлек өләсәйгә тюбингта шыуыу оҡшаған

Был байрам сәйәхәтен ҡыҙы ойошторған.

 
 

Нуриман районының Оло Теңкәш ауылынан 97 йәшлек Нәзифә Сәйфетдинова Президент һайларға тюбингта барған. Ҡыҙы Кәүсәриә Шәйҙуллина уны хатта төрлө төҫтәге шарҙар менән байрамса биҙәгән. 

Нәзифә Ғәтиәт ҡыҙы - хеҙмәт ветераны, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы тыл хеҙмәткәре. Әлеге көндә ошо ауылдағы өс ҡыҙында сиратлап ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшәй.

Әлеге тюбингта халыҡ араһына сығарыуҙарына ла бик ҡыуанған. Һайлауҙа тауыш биргәс, илгә тыныслыҡ, ейәненең махсус хәрби операциянан иҫән-имен ҡайтыуын теләп, йыр ҙа йырлап ишеттергән.

Сығанаҡ: "Сәләм" телеканалы/https://vk.com/im?peers=c101&sel=166873706&w=wall-254895_67763%2F4a53dc8ac8281a9e25

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас