Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
19 Март 2024, 17:33

Өсөнсө балаға күпме һалым түләүе ҡайтарыла?

Ғаиләлә өсөнсө һәм унан һуң тыуған балаға әле  айына 3000 һумға тиклем  һалым түләүен ҡайтарырға мөмкин.

Өсөнсө балаға күпме һалым түләүе ҡайтарыла?Өсөнсө балаға күпме һалым түләүе ҡайтарыла?
Өсөнсө балаға күпме һалым түләүе ҡайтарыла?

Ғаиләлә өсөнсө һәм унан һуң тыуған балаға әле  айына 3000 һумға тиклем  һалым түләүен ҡайтарырға мөмкин.

Ул рәсми рәүештә эшкә урынлашҡан ата-әсәнең икәүһенә лә тейеш.

 Уны ҡайтарыу тәртибе менән Федераль һалым хеҙмәте сайтында танышырға мөмкин.

Әйткәндәй, Рәсәй Президенты был сумманы ике тапҡырға арттырырға  ҡушты.  "Күп бала үҫкән ғаиләлә ата-әсәнең хәстәре лә күп, көндәлек проблемаларҙы хәл итеү өсөн артыҡ аҡса ҡалһын өсөн  был сумманы ике тапҡырға арттырырға тәҡдим итәм, икенсе балаға — 2800 һумға, ә өсөнсө һәм унан һуң тыуған балаларға  — 6000 һумға тиклем", — тине ул.   Киләсәктә был тәҡдимдең тормошҡа ашырылыуын теләйек. 

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас