Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
19 Март 2024, 14:56

Балалары өсөн иң һәйбәт әсәй ине...

Аварияла ике сабыйын да юғалтҡан йәш әсә дауаланыуҙан баш тартҡан.

Балалары өсөн иң һәйбәт әсәй ине...Балалары өсөн иң һәйбәт әсәй ине...
Балалары өсөн иң һәйбәт әсәй ине...

Аварияла ике сабыйын да юғалтҡан йәш әсә дауаланыуҙан баш тартҡан.

16 мартта Ҡариҙел районында булған ҡот осҡос авария әле һаман күңелдәрҙе әрнетә. Унда ни бары өс һәм биш йәшлек балаларҙың ғүмерҙәре әсәләренең күҙе алдында өҙөлдө.

Авария ҡараңғы ваҡытта кис Бөрө – Тастүбә – Һатҡы автоюлында теркәлә. Lada Granta машинаһының руле артында 27 йәшлек ҡатын һәм уның өс балаһы: биш йәшлек малай, өс йәшлек ҡыҙыҡай һәм ни бары ике аҙналыҡ бәпес китеп барған була. Ҡапыл ул машинаһына идараны юғалта һәм ҡаршы һыҙатҡа барып сыға. Был саҡта ҡаршыға килгән Nissan Tiida уларҙы килтереп бәрә. Көслө бәрелеш машинаны уртаға бүлә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәрелеш балалар ултырған ергә тура килә. Сабыйҙар махсус креслоларҙа ултырһалар ҙа, урында йән бирәләр. Ә бына ике айлыҡ ҡына бәпес мөғжизә менән тере ҡала, хатта әллә ни йәрәхәттәр ҙа алмай. Әсә кеше емерек машинала ҡыҫыла, уны ҡотҡарыусылар саҡ һөйрәп сығара.

Төрлө йәрәхәттәр алған ҡатынды Ҡариҙел дауаханаһына алып баралар. Һынған ҡабырғалары һәм башында йәрәхәттәре булыуға ҡарамаҫтан, ул дауаланыуҙан баш тарта һәм бәләкәй бәпесен алып сыға. Әле үҙе янына юлға сыҡҡан ирен көтә тип хәбәр ителә. Билдәле булыуынса, ул Екатеринбург ҡалаһында йәшәй. 27 йәшлек Дарья Р. ҙур компанияла риэлтор булып эшләй. 2021 йылда “Уралдың төп әсәһе” конкурсында ҡатнашҡан.

–Ҡот осҡос фажиғә, ышанып та булмай. Беҙ Даша менән бер мәктәптә уҡығайныҡ, ныҡ итеп балаларын яратҡанын беләм, улар өсөн иң яҡшы әсәй булды, – тип һөйләгән класташы.

– Бәпестәр тыныс йоҡлаһын, ә әсәһенә был тиклем ҡайғыны кисерерлек көс теләйбеҙ, – тигән ғаиләнең танышы.

Фото: "КП-Өфө". 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас