Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
18 Март 2024, 17:21

Ураҙа тотоусыға ифтар ҡылырлыҡ аҙыҡ бирһәгеҙ...

Иртәгәгә, 19 мартҡа, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ.

Ураҙа тотоусыға ифтар ҡылырлыҡ аҙыҡ бирһәгеҙ...Ураҙа тотоусыға ифтар ҡылырлыҡ аҙыҡ бирһәгеҙ...
Ураҙа тотоусыға ифтар ҡылырлыҡ аҙыҡ бирһәгеҙ...

Ураҙа тотоу менән ярлыны ашатыуҙы бергә ҡушыу – Ожмахҡа лайыҡ булыуҙың ышаныслы сараларының береһе.

“Йәннәттә шундай бүлмәләр бар: уларҙа тышҡы яҡ эстән күренеп торасаҡ һәм киреһенсә. Аллаһ ул бүлмәләрҙе ярлыны ашатҡандар, улар менән һөйләшкәндә йомшаҡ булғандар, йыш ураҙа тотҡандар, бүтәндәр йоҡлағанда намаҙ уҡығандар өсөн әҙерләгән”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм (имам Әхмәттең хәҙистәр йыйынтығынан).

Аллаһ рәсүле шулай уҡ: “Кем ураҙа тотоусыға ифтар ҡылырлыҡ аҙыҡ биргән, шул ураҙа тотоусы кеүек үк сауап аласаҡ, саҡ ҡына ла кәм түгел”, – тигән (әт-Тирмиҙиҙең хәҙистәр йыйынтығынан).

Иртәгәгә, 19 мартҡа, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән).

Фото: islam.ru

Автор:Дилбәр Ишморатова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас