Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
17 Март 2024, 13:23

Һайлау участкаһында - яугирҙең әсәһе

Ҡарлыман ауылында урынлашҡан 2290-сы һайлау участкаһында тауыш бирергә килеүселәр араһында яугир әсәһе Гөләмдәр Юлмөхәмәтова ла бар ине.

Һайлау участкаһында - яугирҙең әсәһеҺайлау участкаһында - яугирҙең әсәһе
Һайлау участкаһында - яугирҙең әсәһе

Юлмөхәмәтовтарҙың оло улдары махсус хәрби операцияла ҡатнаша.
Егет мәктәптән һуң армияға алына, хеҙмәтен Чечен Республикаһында үтә. Унан һуң хәрби комиссариат менән контракт төҙөп, 201-се мотоуҡсылар полкы составында Тажиҡстан һәм Афғанстан сигендә хеҙмәт итә.
Махсус хәрби операция башланғас, ул 2022 йылдың июнь айында Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, хәрби операция биләмәһенә юллана. М.Шайморатов батальонында хеҙмәт итә. Ҡыҙғанысҡа, алыштар ваҡытында ҡаты яралана. Яугир реабилитация үтеп, бөгөнгө көндә резервта тора.
Яугирҙең әсәһе Гөләмдәр Шәрәф ҡыҙы мөһим ваҡиғанан ситтә тороп ҡала алмаған. Һайлауҙарға килеп, илебеҙ тыныс булһын, тип лайыҡлы кандидат өсөн тауышын бирҙе.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас