Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
16 Март 2024, 18:30

Ҡыштан яҙға ингәндә...

Миҙгел араһында күтәренке кәйефле, көр һәм сәләмәт ҡалырға ярҙам итеүсе бер нисә мөһим ризыҡ бар, имеш.

Ҡыштан яҙға ингәндә...Ҡыштан яҙға ингәндә...
Ҡыштан яҙға ингәндә...

Ҡыштан барыһы ла ялҡты шикелле. Бигерәк оҙон шул һыуыҡ миҙгел. Ә бына яҙҙы гел йылмайып хәтерләйбеҙ, ҡояштың торған һайын нығыраҡ йылытыуына ҡыуанабыҙ. Шулай ҙа март айы үҙенсәлекле: төндә туңдыра, көндөҙ йылы булһа ла, аяҡ аҫтындағы “бутҡа” бер аҙ йәнде көйҙөрә.

Түбәндәге аҙыҡ-түлекте ашаһағыҙ, миҙгел алмашынған ваҡытта бирешмәҫһегеҙ:

Ҡара көртмәле – антиоксиданттарға бай, стресҡа ҡаршы көрәшергә ярҙам итеүсе, тынысландырыусы емеш.

Лосось. Был балыҡта омега-3 май кислотаһы күп, мейегә файҙалы, хәүефләнеүгә, депрессияға ҡаршы файҙаһы бар.

Ҡара шоколад шулай уҡ стрестан һаҡлай, кәйефте күтәрә.

Сәтләүектәр, орлоҡтар, йәғни миндаль, әстерхан сәтләүеге, чиа һәм етен орлоғо магний, цинк, омега-3-кә бай. Туҡлыҡлы ла.

Йәшел тәмләткестәр – магний (был матдә тынысландыра, нервылар эшмәкәрлеген көйләй) сығанағы. Шпинат, салат япраҡтары, укроп, кинза ҡулланыу яҡшы.

Шәкәрһеҙ йогурттар. Уларҙағы пробиотиктар мейе менән эсәклек бәйләнешенә ыңғай йоғонто яһай. Баҡһаң, эсәк тракты яҡшы эшләһә, психик сәләмәтлек тә яҡшы торошта була.

Ромашка сәйе эсегеҙ. Ул да тынысландыра, арыуҙан арындыра.

Һололағы ҡатмарлы углеводтар мейелә серотонин кимәлен күтәрә. Серотонин —кәйефте көйләүсе нейромедиатор ул.

Авокадо тәмле генә түгел, витаминлы ла емеш. Ҡан баҫымын көйләй, йөрәк-ҡан тамырҙары эшмәкәрлеген яҡшырта.

Куркума организмда елһенеүгә ҡаршы тора, стресстан һаҡлай.

Автор:Алһыу Ишемғолова

Сығанаҡ: Йәшлек гәзите

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас