Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
16 Март 2024, 18:23

Тамағына һөлөк йәбешкән

 Вьетнам кешеһе, тамағы ҡысытып, тауышы ҡарлыға башлағас,  тәүҙә һалҡын тейгәндер, тигән фекергә килә.

Тамағына һөлөк йәбешкәнТамағына һөлөк йәбешкән
Тамағына һөлөк йәбешкән

 Вьетнам кешеһе, тамағы ҡысытып, тауышы ҡарлыға башлағас,  тәүҙә һалҡын тейгәндер, тигән фекергә килә.

  Әммә тора-бара 53 йәшлек ир ысынлап ҡурҡыуға ҡалған, сөнки тамағынан ҡан аға башлаған. Үҙаллы ткишерелергә маташып, көҙгөнән тамағын ҡарағанда, унда ҡурҡыныс һоро массаны күреп, тиҙерәк дауаханаға ашыҡҡан.   Табиптар меҫкен ирҙе йәнә аптырата. Баҡтиһәң, уның тамағына 6 см оҙонлоғондағы һөлөк йәбешкән икән.   

Һөлөктөң унда барып эләгеүе тағы ла сәйерерәк. Ҡасандыр ҡулы йәрәхәтләнгәндә, үҙаллы дауаланырға тырышып, үләндәрҙе  сәйнәп, шул бутҡаны ҡулындағы яраға япҡан булған. Ана шул үләндәрҙән һөлөк тамағына барып эләгеп, бик яҡшы төпләнгән икән.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас