Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
16 Март 2024, 17:37

Һәләк булған пар яңы өйләнешкән булған

Улар 9 мартта ғына никахтарын теркәткән... 

Һәләк булған пар яңы өйләнешкән булғанҺәләк булған пар яңы өйләнешкән булған
Һәләк булған пар яңы өйләнешкән булған

Улар 9 мартта ғына никахтарын теркәткән... 

Кисә хәбәр итеүебеҙсә, М7 трассаһының 1323-сө километрында Чернолес һәм Николаевка ауылдары араһында ҡот осҡос авария була. Һөҙөмтәлә дүрт кешенең ғүмере өҙөлә.

Улар араһында яңыраҡ ҡына, 9 мартта никахтарын рәсми теркәгән йәш пар - Глеб менән Татьяна ла була. Йәш пар ғаилә ҡороп та өлгөрмәй, бергәләшеп, бер-береһенә һыйынып ҡына һәләк тә була. Улар машинала артҡы урында ултыра. Йәндәре йәннәттә булһын!

Рулдә ҡыҙ ултырған була, әлегә тиклем уның исем-шәрифе асыҡланмаған. Уның янында автомобиль хужаһы була, 2021 йылдан алып ул 100 меңдән ашыу штраф туплаған водитель. Икеһе лә ваҡиға урынында йән биргән.

Фото:"Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас