Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
13 Март 2024, 10:59

Ташҡын килә

Яҙғы ҡояш көндән-көн нығыраҡ ҡыҙҙыра башланы. Шулай булғас, ҡар ҡатламы ла күҙгә күренеп ирей. Ҡапыл иретһә, йылғаларҙағы һыу кимәленең күтәрелеү ихтималлығы бар. Кинәт иреткән осраҡта, йылғаларҙа һыу боҙ өҫтөнән китеп, ҡайһы бер биләмәләрҙе һыу баҫыуы мөмкин. Райондың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссияһының сираттағы ултырышында ташҡынға ҡаршы комиссия төҙөлдө, саралар планы раҫланды.

Ташҡын киләТашҡын килә
Ташҡын килә

Быға тиклем һыу баҫыу ҡурҡынысы булған биләмәләргә 10 ауыл инһә, быйыл был исемлеккө тағы Вязовка, Соловьевка һәм Бекетов ауылдары өҫтәлде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда Өршәк һәм Үҙән йылғалары ташыу сәбәпле, нәҡ ошо ауылдар һәм уларҙағы баҡсасылыҡ ширҡәттәрен һыу баҫҡайны. Әлбиттә, район биләмәһендә элеккесә өс ваҡытлыса урынлаштырыу пункты эшләйәсәк – Ибраһим ауылының “Виктория” лагерында, Сахай ауылы клубында һәм Ҡырмыҫҡалы ауылындағы Ауырғазы күп профилле колледжы филиалында.
- Өлкән йәштәгеләргә, мөмкинлектәре сикләнгәндәргә, йөклө ҡатындарға айырыуса иғтибар бирелергә тейеш, - тине район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров ауыл биләмәләре башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп.
Шулай уҡ йөҙөү сараларын әҙерләп ҡуйыу, гидротехника ҡоролмаларының төҙөклөгөн тикшереү һәм халыҡ менән ташҡын тураһында аңлатыу эштәрен алып барыу, һыу ҙур зыян кил¬термәһен өсөн алдан хәстәрлек күреү мотлаҡ.
Рушания Хәмәтғәлимова.

Автор:
Читайте нас