Даирә
+23 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
12 Марта 2024, 04:35

Башҡортостанда тыуып-үҫкән йырсылар ни өсөн сит ерҙе һайлай?

Йырсы Рәдиф Зарипов күсеп китә...

Башҡортостанда тыуып-үҫкән йырсылар ни өсөн сит ерҙе һайлай?Башҡортостанда тыуып-үҫкән йырсылар ни өсөн сит ерҙе һайлай?
Башҡортостанда тыуып-үҫкән йырсылар ни өсөн сит ерҙе һайлай?

Йырсы Рәдиф Зарипов күсеп китә...

Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Рәдиф Зариповтың күптәнге хыялы тормошҡа ашҡан: ул Ҡазандан фатир һатып алған. Был хаҡта йырсы үҙенең социаль селтәрендә хәбәр итә.

"Студент йылдарым да Ҡазанда үтте, бында минең туғандарым һәм ижадташ дуҫтарым бик күп. Ҡазанда эш бар, эшләйбеҙ, банкет-туйҙарҙа сығыш яһайбыҙ. Шуға күрә күптән бер фатир кәрәк ине тип уйлай инем, ниһайәт, "Салауат күпере" тораҡ комплексында ике бүлмәле фатир һатып алдым. Штаб-фатир була инде", -тигән йырсы.

Йырсы, ғаиләгеҙ ҙә бергә күсенәме, тигән һорауға: "Был һорауға яуап бирмәһәм, һәйбәтерәк булыр ине", -тип яуап ҡайтарған.

Бынан бер аҙ ваҡыт алда Рәдиф Зариповтың ғаиләһен ҡалдырып, яңы кәләш алыуы тураһында имеш-мимеш булғылаған ине. Ай-һай, был һүҙ дөрөҫкә сығып ҡуймаһын...

Шулай ҙа Башҡортостанда тыуып-үҫкән артистарҙың күбеһе "күрше"ләргә күсеүҙәренә ниндәйҙер сәбәптәр барҙыр?  Был хаҡта мәҙәниәт өлкәһе белгестәре  лә уйланһа ине... Аҙаҡ башҡорт йырын татарса, татар йыры тип тыңлап ултырырға тура килмәһен тием дә...

Фото: Рәдиф Зариповтың социаль селтәренән.

Автор:Карима Усманова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас