Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
11 Март 2024, 17:28

Әле Аллаһтың рәхмәтен алыу юлындабыҙ

Пәйғәмбәребеҙ әйтеүенсә, кемдәр отоласаҡ? Әҙәм балалары ниндәй осраҡта ураҙаның йылға һуҙылыуын теләр ине?

Әле Аллаһтың рәхмәтен алыу юлындабыҙӘле Аллаһтың рәхмәтен алыу юлындабыҙ
Әле Аллаһтың рәхмәтен алыу юлындабыҙ

Пәйғәмбәребеҙ әйтеүенсә, кемдәр отоласаҡ? Әҙәм балалары ниндәй осраҡта ураҙаның йылға һуҙылыуын теләр ине?

Динебеҙҙә Рамаҙан айы өс өлөшкә бүлеп ҡарала. Ураҙа тотҡандар әле "Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтен алыу" юлында. 

“Кем дә кем ураҙаның ниғмәт­тәрен татымай ҡалһа, ҙур отолошта булыр, – тигән пәйғәмбә­ребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. – Рамаҙандың тәүге ун көнө – рәхмәт алыу, урталағылары – гонаһтарҙың кисерелеүе, аҙаҡ­ҡылары тамуҡ утынан азат булыу осоро. Әгәр ҙә өммәтем ураҙаның бөтөн хикмәттәрен, бөйөк­лөгөн, сауаптың күплеген белә торған булһа, был айҙың йылға һуҙылыуын теләр ине”.

Рамаҙан мәктәбен лайыҡлы үтәйек, тотҡан ураҙаларыбыҙ, теләк-доғаларыбыҙ ҡабул ителһен, ғаиләләребеҙгә, илебеҙгә именлек насип булһын!

Иртәгәгә, 12 мартҡа, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды. Өфө ваҡыты буйынса).

Фото: islam.ru

Автор:Дилбәр Ишморатова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас