- Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙар өс көн буйына 15, 16, һәм 17 мартта үтәсәк. Был участкаларҙа 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем тауыш бирергә мөмкин. Теркәлеү урыны буйынса һайлау участкаһына килеп йәиһә йортҡа барып һайлатыу һайлауҙың төп төрө булып ҡала. Йәшәү урындарынан ситтә булған һайлаусылар булған урындарында тауыш биреү ысулын ҡуллана.
Шулай уҡ дистанцион электрон тауыш биреүҙең дә әүҙемләшеүен билдәләп үтәм. Рәсәй Президентын һайлағанда ул илдең 28 төбәгендә һәм Мәскәү ҡалаһында файҙаланыласаҡ. Был хоҡуҡ менән“Дәүләт хеҙмәттәре” порталында әлеге төбәктәрҙә теркәлгән һайлаусылар ғына ҡуллана ала. Башҡортостан Республикаһы был исемлеккә инмәй.
Алдан тауыш биреүгә килгәндә, һайлау законсалығына ярашлы, ул һайлау участкаларында тауыш биреүгә тиклем 20 көн алдан үткәрелә. Беҙҙең республикала киләһе һайлауҙарҙа алдан тауыш биреү үткәрелмәйәсәк.
– Ә кемдәр өйҙәрендә тауыш бирә ала?
- Бындай мөмкинлек ярҙамға мохтаж ололар, инвалидтар, ҡаты сирләгәндәр, шулай уҡ ауырыған туғанын тәрбиәләгәндәр, әгәр уны бер үҙен ҡалдырыу мөмкинлеге булмағандарға бирелә. Өйҙә тауыш биреү тураһында ғаризаны йәиһә телдән мөрәжәғәтте (шулай уҡ башҡа кешеләр аша үтенесте) үҙеңдең һайлау участка комиссияһына 17 мартта 14.00 сәғәткә тиклем бирергә мөмкин.
- “Мобиль һайлаусы” механизмы менән файҙаланыу мөмкинлеге тураһында ла ентекләберәк аңлатһағыҙсы?
- Был механизм һайлаусыға үҙ участкаһынан күсергә һәм йәшәгән урыны буйынса икенсе участкаға беркетелергә мөмкинлек бирә. Бының өсөн 11 марттан да һуңға ҡалмайынса теләһә ниндәй территориаль һайлау комиссияһы, күп функциялы үҙәк йәки “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша йәиһә күп функциялы үҙәктә тауыш биреү урыны тураһында ғариза бирергә кәрәк. Беҙҙең районда ғаризаны территориаль һайлау комиссияһы урынлашҡан адрес буйынса: Баҡса урамы, 23-сө йорт, эш көндәрендә 12.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем, ял һәм байрам көндәрендә 10.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем, һәр төрлө участка һайлау комиссияһында эш көндәрендә 14.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем, ял һәм байрам көндәрендә 10.00 сәғәттән 14.00 сәғәткә тиклем бирергә була. Ғаризаны гражданин шәхсән үҙе 11 мартҡа тиклем бирергә тейш. Үҙең менән паспорт булыуы мотлаҡ.
– Кандидаттар тураһында белешмәләрҙе ҡайҙан алырға була?
- Кандидаттар тураһында мәғлүмәт менән Рәсәй Федерацияһының Үҙәк һайлау комиссияһының рәсми сайтында “Барыһы ла Рәсәй Президенты һайлауҙары тураһында” бүлегендә танышырға мөмкин.
Тауыш биреү көндәрендә райондың һәр һайлау участкаһында теркәлгән дүрт кандидат тураһында материалдар менән мәғлүмәт стенды ҡуйыласаҡ.
– Һайлау участкаларында күҙәтеүселәр буламы? Тауыш биреү барышы нисек тикшерәләсәк?
- Күҙәтеүселәрҙең төп бурысы – тауыш биреү бинаһында комиссия ағзаларының һәм башҡа ҡатнашыусыларҙың эш барышын күҙәтеү һәм шул уҡ ваҡытта тауыш биреү серен боҙмау. Күҙәтеүсе һайлау комиссияһы рәйесе, рәйес урынбаҫары йәиһә участка комиссияһы рәйесенә алдан әйтеп, һайлау барышын фотоға йәиһә видеоға төшөрә ала. Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәтселек палатаһынан йөҙәрләгән күҙәтеүсе һайлау участкаларына ебәреләсәк. 19 һайлау участкаһында видеокүҙәтеү ҡуйыласаҡ, башҡа участкаларҙа видеотеркәү алып барыласаҡ.
– Минең һайлау участкаһымдың ҡайҙа икәнен нисек белергә?
- Ҡырмыҫҡалылар үҙ һайлау участкаларының ҡайҙалығы тураһында мәғлүмәтте муниципаль район хакимиәтенең рәсми сайтында
www.admkarm.bashkortostan.ru табырға мөмкин. Шулай уҡ Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһының рәсми сайтында, Дәүләт хеҙмәттәре порталында ҡарарға була.
- Һайлау комиссияларының эш режимы ниндәй?
- Участка һайлау комиссиялары эшкә 6 мартта уҡ тотондо.Эш көндәрендә - 14.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем, ял һәм байрам көндәрендә 10.00 сәғәттән 14.00 сәғәткә тиклем.
Форсаттан файҙаланып, хөрмәтле һайлаусыларға мөрәжәғәт иткем килә. Тауыш биреү
көндәрендә 15, 16 һәм 17 мартта һайлау участкалары 8.00-дән 20.00 сәғәткә тиклем эшләйәсәу. Һеҙҙең барығыҙҙы ла гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә – балаларығыҙҙың, ейәндәрегеҙҙең, илебеҙҙең яҙмышы ышанып тапшырырға теләгән кандидатҡа тауыш бирергә саҡырам.
Гөлсәсәк Аласова.