+21 °С
Болотло
Эшегеҙҙә ҙур уңыштар, ғаилә бәхете, тигеҙ тормош теләйем. Илебеҙ тыныс булып, сабыйҙар атай-әсәй ҡосағында бәхетле, тәүфиҡлы булып үҫһендәр. Ниндәй ауыр саҡтар булһа ла, түҙемле, сабыр булығыҙ, ир-егеттәрҙе көтә белегеҙ, парлы ҡанат менән йәшәгеҙ. Беҙгә лә тормош еңел бирелмәне, колхозда ла эшләнек, бишәр бала үҫтереп, ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрап йәшәнек. Аллаға шөкөр, балаларым, иреп, өйөм бар тип, һөйөнөп йәшәгеҙ. Баланы бишектән тәрбиәләргә кәрәк, сабыйҙы яратып үҫтерһәң, ҡартайғанда тәрбиәһен күреп ултырырһығыҙ.