+24 °С
Ямғыр
- Йәмһеҙ ҡатын-ҡыҙҙар булмай. Иң мөһиме, кешенең күңеле һәм эске донъяһы матур булһын. Ҡайһы ваҡыт тыштан килбәтһеҙ генә күренгән кеше менән һөйләшеп китһәң, уның алсаҡлығы һәм ихласлығы шул тиклем үҙенә арбай һәм унан да матур кеше юҡ кеүек тойола башлай. Ә тыштан иҫ киткес һылыу күренгән ҡатын-ҡыҙҙың асыулы йөҙө, йә тупаҫ тауыш менән әрләшеүе уны йәмһеҙ күрһәтә.
Шуға күрә, тышҡы сибәрлек һәм ҡиәфәткә түгел, ә кешенең эске күңел-торошона ла иғтибар итергә кәрәк. Бындай матурлыҡ булғанда, донъяла яҡтылыҡ һәм яҡшылыҡ йәшәйәсәк.