+24 °С
Ямғыр
Ул 0 – 17 йәшлек балалары булған ғаиләләргә ғаилә килеме Башҡортостан Республикаһында билдәләнгән йән башына йәшәү минимумынан кәм булған осраҡта түләнә. Пособие тәғәйенләгәндә ғаиләнең милек-мөлкәте һәм ата-әсәнең мәшғүллеге иҫәпкә алына. Пособие ғаиләнең оло ағзаларының эш урыны йәки уның булмауы өсөн объектив сәбәптәр булғанда ғына тәғәйенләнә.
Уның күләме ғаиләнең килеменә һәм төбәктәге йәшәү минимумына бәйле.
Уны «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша, Күп функциялы үҙәк йә Социаль фондтың Башҡортостан буйнынса бүлексәһендә юлларға мөмкин.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.