Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
28 Февраль 2024, 17:24

Тыйылған ипомеяны нисек танып белергә?

Әйҙәгеҙ, был һорауға асыҡлыҡ индерәйек.

Тыйылған ипомеяны нисек танып белергә?Тыйылған ипомеяны нисек танып белергә?
Тыйылған ипомеяны нисек танып белергә?

РФ Хөкүмәте ҡарары менән үрмәләп үҫкән лиананы - ипомеяны үрсетеүҙы тыйыу йәмғиәттә күп һорау, аңламау, бәғзе осраҡта ризаһыҙлыҡ та тыуҙырҙы. Баҡтиһәң, дачалар, йорттар, баҡсаларҙы биҙәгән үҫемлектә наркотик матдәләр бар икән.   

 Әйҙәгеҙ, был һорауға асыҡлыҡ индерәйек.

- Өс төҫлө ипомея (Ipomoea tricolor төрөнә ҡараған үҫемлек) тыйылды. Тап ул наркотик матдәләр, уларҙың прекурсорҙары булған һәм Рәсәй Федерацияһында контролдә тотолорға тейешле үҫемлектәр исемлегенә индерелгән. Ә донъяла ипомеяларҙың 700-ҙән ашыу төрө бар.   
 - Бына баҡсасылар яратҡаны - шәмәхә төҫөндәге ипомея (ипомея пурпурная). Унда тилерткес матдәләр юҡ, уны үрсетергә мөмкин.
 
Нимәһе менән айырыла:
 
- Өс төҫлө ипомеяның уртаһы (емешлек булған урыны) күпселек осраҡта һары төҫтә була (һирәк осраҡта аҡ төҫкә инә). Ә шәмәхә ипомея һәр ваҡыт - аҡ төҫтә.

- Өс төҫлө ипомеяның сәскәләре күпкә ҙурыраҡ, һабағында һәм япраҡтарында төктәре бөтөнләй юҡ тиерлек.
- Өс төҫлө ипомеяның каса япрағы шыма, бик ҡыҫҡа тештәре кеүек һәм бөтә оҙонлоғо буйынса тығыҙ тоташа. Шәмәхәнең улар төклө, оҙонораҡ һәм тышҡа бөгөлгән.
- Өс төҫлө ипомеяның орлоҡтары оҙонса һәм өсмөйөш формала, ғәҙәти көнбағыш орлоҡтарын хәтерләтә, шәмәхә ипомеяның орлоҡтары түңәрәк була.

Орлоҡ һатып алғанда, иң мөһиме, төр атамаһына иғтибар итегеҙ. Әгәр пакетта был #өс төҫлө Ипомея (Ipomoea tricolor) тиелһә, һатып алмағыҙ!

Билдәләп үтергә кәрәк, әгәр баҡсала ипомея ҡыуаҡтары һаны 100-ҙән артһа, был енәйәт тип баһалана. 3 грамм орлоҡ һаҡлауға йәки алыуға енәйәт эше асыла . Ҡырағай үҫемлектәрҙе юҡ итеү буйынса саралар күрмәгән өсөн дә яуаплылыҡ ҡаралған.

 
Автор:Айбулат Ишназаров
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас