Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
22 Февраль 2024, 09:24

Бәхет һуҡмағы буйлап 65 йыл

Ошо көндәрҙә Һарт-Шишмә ауылында йәшәүсе Флүрә Нурислам ҡыҙы һәм Фоат Ғабделҡадир улы Әбделмановтарҙың бергә донъя ҡороуҙарына 65 йыл тулды. Ғаилә парҙары араһында көмөш, алтын, бриллиант туйҙарын билдәләүселәр булһа ла, тимер туйҙарын билдәләүселәр бик һирәк.

Бәхет һуҡмағы буйлап 65 йылБәхет һуҡмағы буйлап 65 йыл
Бәхет һуҡмағы буйлап 65 йыл

Фоат Ғабделҡадир улы шул ауылда һигез балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Атайҙары һуғышҡа киткәндә уға 5 йәш кенә булһа, ҡустыһы унан да бәләкәйерәк була. Ул 1944 йылдың 12 мартында Белоруссия ерендә дошмандар ҡулында һәләк була. Балаларға етемлек әсеһен, аслыҡ-яланғаслыҡты үҙ иңдәрендә татырға тура килә.
Флүрә Нурислам ҡыҙы Шишмә районынан. Фаат бабай менән Һарт-Шишмәгә ике туған ағайҙарына ҡунаҡҡа килгәндә таныша ул. Бер-береһен тәү күреүҙән оҡшатҡан сая егет менән уңған ҡыҙ өйләнешергә ҡуйышалар. Ғинуар айында никах уҡыталар, февралдә ЗАГС-ка барып яҙылышалар.
- Шулай йәшәп киттек, гел бер төптән булдыҡ, бер-беребеҙҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнек.
Шөкөр, бик татыу, килешеп йәшәнек, биш бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Улар ҙа яҡшы йәшәйҙәр, инде үҙҙәре лә өләсәй-олатай булдылар. Ете онык-оныкейән-ейәнсәребеҙ, 4 бүләбеҙ бар. Уларҙың шатлыҡ-ҡыуаныстарына төрөнөп йәшәйбеҙ инде, - ти улар бер тауыштан.

Әбделмәновтар икеһе лә йәш, көслө саҡтарында ең һыҙғанып эшләп, мал-тыуар аҫрап, йәшелсә-емеш үҫтереп донъя көткәндәр. 1963 йылда ике яҡлы ағас йорт һалып инәләр. Ул саҡтарҙа Прибельский ауылының гөрләп торған саҡтары. Флүрә Нурислам ҡыҙы һөт заводында 30 йыл тимер банкалар эшләү цехында, Фоат Ғәбделҡадир улы 38 йыл Ҡарлыман шәкәр заводында шәкәр ағартыу цехында эшләгән. Йәйҙәрен газ менән тимер киҫеү эштәрен башҡарған.
- Бер сменаға 80-шәр тонна шәкәр ҡомо ағартып тапшыра инек. Башта барлыҡ эштәрҙе ҡул көсө менән башҡарҙыҡ, һуңынан ярым автомат һәм автомат машиналарында эшләргә тура килде. Бик күңелле була торған ине. Хеҙмәт хаҡы юғары, икебеҙ ҙә Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләндек, “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ булдыҡ, - ти хеҙмәт ветераны, шул йылдарҙы иҫкә төшөрөп.
Күҙҙәре һәйбәт күргәндә Фаат бабай мәсеттә үткәрелгән йома намаҙҙарына йөрөгән, мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан. Ғөмүмән, күңелләрендә кешеләргә ҡарата тик изгелек кенә уларҙың. Шуға ауылдаштары ла уларҙы бик ихтирам итә.
Фәнирә ҡыҙҙары Себер тарафтарында төпләнгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙҙары Фәриҙә һәм улдары Марат был фани донъяла юҡ инде. Кесе ҡыҙҙары Роза баш ҡалала йәшәһә, Эльза Прибельскийҙа ғүмер итә. Балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре лә үҙҙәренә оҡшап, итәғәтле, атай-әсәйҙәренә, олатай-өләсәйҙәренә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп йәшәй. Тимер туйҙарын барыһы ла бергә йыйылышып, йәй көндәрендә үткәрергә уйлайҙар. Мәҡәләмде балалары юллаған ҡотлау һүҙҙәре менән тамамлағым килә.
“Хөрмәтле атай-әсәй, һеҙҙе матур байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Ҡауышҡан көндән һуң бергә күпме юлдар үткәнһегеҙ, күпме һыуҙар кискәнһегеҙ, ауырлыҡтарға бирешмәйенсә өлгөлө ғаилә булып ғүмер иттегеҙ. Нәҫел ағасын дауам итеп, биш балағыҙға ғүмер бирҙегеҙ, олы тормош юлына сығарҙығыҙ. Барыһы өсөн дә һеҙгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Алдағы көндәрегеҙҙә лә Хоҙай хәйерле тигеҙ ғүмер насип итһен, сәләмәтлектә балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ һәм бүләләрегеҙҙән изгелектәр күреп кенә йәшәгеҙ”.
Гөлсәсәк Бикҡужина.

Автор:
Читайте нас