Йыл һайын ойошторолған бындай сара йәштәрҙә илһөйәрлек хистәрен тәрбиәләүсе сараларҙың береһе.
Унда райондың барлыҡ пионер отрядтары ҡатнашты. Дружиналар хәрби-патриотик йыр һәм строевой әҙерлек дисциплиналарында көс һынашты. Смотр-конкурсты тантаналы асҡандан һуң, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы флагтарын күтәреү хоҡуғы С.М.Чугункин исемендәге мәктәптең “Йәйғор” пионер дружинаһына бирелде. Сараға мәртәбәле ҡунаҡтар - Ватанды һаҡлаусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, яугир-интернационалистар саҡырылғайны. Яугир-интернационалист Айрат Йәрмөхәмәтов бөгөн илһөйәрлек, батырлыҡ, фиҙаҡәрлек төшөнсәләренең ни тиклем көнүҙәк булыуын билдәләне.
- Тыуған ерен, илен яратҡан, спорт менән шөғөлләнгән, физик һәм рухи яҡтан ныҡлы балалар беҙҙең ҙур байлығыбыҙ һәм киләсәгебеҙ. Яҡшы уҡыуығыҙҙы, бар яҡлап өлгөр булыуығыҙҙы теләйем,- тине Айрат Әлмей улы.
Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто директоры Эльвира Баязитова Йәш герой-антифашистар көнөнә арналған “Ҡыйыу йөрәк” Бөтә Рәсәй акцияһында әүҙем ҡатнашыусы Ҡырмыҫҡалы гимназияһы уҡыусыһы Ирина Миңлебаева, Алмаз Хәмитов (Ҡамышлы), Ольга Алексеева (Константиновка), Азалия Пулатова (2-се Ҡырмыҫҡалы), Карина Шарко (Түбәнге Төкөн), Зарина Әғлиуллина (Прибельский), Анжелика Кулакова (Подлубов), Илүзә Камалова һәм Аделина Рамазанова (Һәүәләй), Индира Сафина (Иҫке Ҡыйышҡы), Гөлназ Мөлөкова (Иҫке Шәрәй), Алмаз Ғәйнуллин һәм Дилара Хоҙайбирҙина (Шәрипҡол), Виолетта Громовская, Милена Шаймарҙанова, Риана Йосопова һәм Эльвина Тайтаковаларға (Олокүл) грамоталар тапшырҙы.
Йолаға ингән сарала ҡатнашыусыларҙың һанының йылдан-йыл артыуы ҡыуаныслы. Быйыл райондың 31 мәктәбенең пионер дружиналары ҡатнашты. Бөтә мәктәптәр ҙә талаптарҙы үтәргә тырышты. Командалар визиткаһы менән таныштырҙы, строевой әҙерлек кимәлен күрһәтте, рапорт тапшырҙы, патриотик йырҙар йырланы. Бынан тыш, һәр команданың барабансылары барабансылар конкурсында ярышты. Иң яҡшы дружина барабансыһы Ҡырмыҫҡалы гимназияһы, Һәүәләй, Константиновка, Сихонкин, Сахай, Иҫке Шәрәй, Үтәгән, Малай, Яңы Ҡыйышҡы һәм Подлубов мәктәптәрендә.
Мәртәбәле жюри ағзалары уларҙың тырышлыҡтарын, яҡшы әҙерлектәрен, еңеүгә ынтылыштарын юғары баһаланы. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбенең “Алтын бал ҡорто” дружинаһы смотр-конкурстың еңеүсе тип табылып, кубокка һәм Гран-приға лайыҡ булды. 1-се урынға Илтирәк мәктәбенең А.Юртов исемендәге дружина лайыҡ булды. 2-се урынды Ҡырмыҫҡалы гимназияһының “Фантазиялар утрауы” менән Подлубов мәктәбенең Зоя Космодемьянская исемендәге дружиналар бүлеште. 3-сө урында “Йәйғор” (С.М.Чугункин исемендәге мәктәп), “Алтын бал ҡорто” (Олокүл) һәм “Затейники” (Ҡабаҡ) дружиналары. Сарала ҡатнашыусылар алдында 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбе уҡыусыһы Камилла Иштуғанова, Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң “Микс” вокал ансамбле һәм Ҡырмыҫҡалы гимназияһының “Непоседы” ансамбле ватансылыҡ рухы менән һуғарылған йырҙары менән сығыш яһаны.
Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә халыҡ тарафынан төрлө ярҙам күрһәтелә - гуманитар ярҙам ебәрелә, акциялар, патриотик саралар уҙғарыла. Бөгөнгө сарала ҡатнашыусы уҡыусылар ҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә хаттар яҙып тапшырҙы. Балаларҙың хаттары – еңеүгә өлөш, яугирҙәргә көс-дәрт бирә.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.