Саңғы ярышы – сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыусы яҡшы йолаға әйләнгән бик шәп спорт байрамы ул. Улар араһында оҙаҡ йылдар ошо спорт төрө менән шөғөлләнеүселәр ҙә, тәүге тапҡыр саңғыға баҫыусылар ҙа, тотош ғаиләһе менән килеүселәр ҙә бар ине. Көндөң һалҡын һауа торошо спортсыларҙы ҡурҡытманы, уларҙың кәйефтәре күтәренке булды.
Сараға килеүселәрҙе Ҡырмыҫҡалы ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Айрат Хоҙайҙатов сәләмләне.
- Ололарҙы һәм кеселәрҙе берләштергән спорт байрамы, ярыштарҙа ҡатнашыусыларға күтәренкелек, энергия һәм яҡшы кәйеф бүләк итер. Ярышта ҡатнашҡан саңғысыларҙың барыһына ла афарин! Һеҙгә еңел старт һәм лайыҡлы һөҙөмтәләр теләйем,- тине Айрат Әсҡәт улы.
Ярыштың төп судьяһы Рөстәм Әминев спортсыларҙы ярыш ҡағиҙәләре менән таныштырҙы. Артабан ярыш төрлө йәш категориялары буйынса айырым үтте. Килгән тамашасылар ярышыусылар өсөн янып-көйҙө, бөтәһен дә дәртләндереп торҙо. Ярыш бик сәмле барҙы. Бәйгелә йығылыуҙар ҙа булды, әлбиттә, әммә улар шунда уҡ саңғыларына йәнә баҫып, алда барғандарҙы ҡыуып етергә тырышты.
- Бөгөн мин үҙәкләштерелгән район дауаханаһы командаһы исеменән сығыш яһайым. Йыл һайын саңғы ярышында ҡатнашырға сығам. Беҙ уға әҙерләнәбеҙ, көтөп алабыҙ. Бынан тыш, үҙебеҙ өсөн ғаилә менән ял көндәрендә саңғы трассаһында йөрөйбөҙ. Медицина учреждениелары араһында республика кимәлендәге еңел атлетика, шахмат, волейбол буйынса үткәрелгән ярыштарҙа йыл һайын ҡатнашабыҙ. Күптән түгел Өфө ҡалаһында биатлон буйынса ярышта булдыҡ. Ҡышҡы һыуыҡ һауа торошо иҫ киткес спорт байрамынан ләззәт алырға ҡамасауламаны. Күңел дәрт һәм энергия менән тула. Сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт. Үҙ категориямда еңеүгә өлгәштем. Был миңә тағы ла ҙур үрҙәр яуларға дәрт һәм көс бирҙе, - ти Гөлнур Ҡолшәрипова.
С.М.Чугункин исемендәге мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Елена Юнысова ла ярыштан алған тәьҫораттары менән бүлеште:
- Саңғы ярышында тәүгә ҡатнашам. Шундай сарала ҡатнашыуыма бик шатмын. Һауа торошо ла - спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы, трасса ла шәп булды, шуға күрә ҡатнашыусыларға был матур көндө ләззәтләнеп ярышыуҙан башҡа бер нәмә лә ҡалманы. Ошондай спорт сараларында ҡатнашыу үҙе ҡыуаныс. Сәләмәт өсөн бик яҡшы һәм кәрәкле. Мәктәп коллективы менән район кимәлендә үткәрелгән теннис һәм волейбол ярыштарында сығыш яһаныҡ. Әле бына саңғыға баҫтым. Киләсәктә лә ярыштарҙа ҡатнашырға тырышырмын тип торам.
Сара һуңында барыһы ла бүләкләү тантанаһына йыйылды. Ауыл хакимиәте башлығы Айрат Хоҙайҙатов спортҡа битараф булмағандары өсөн уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм саңғысыларҙы ҡотлап, аҡсалата премия һәм грамоталар тапшырҙы. Ҡыҙыу һәм сәмле ярыштың һөҙөмтәләренә килгәндә, хеҙмәт коллективтары араһында “Башинформсвязь” район элемтә үҙәге командаһы 1-се урынға сыҡты һәм кубокка эйә булды. Үҙәкләштерелгән район дауаханаһы командаһы 2-се урынды яуланы, муниципаль район хакимиәте командаһы 3-сө урынға сыҡты. Төрлө йәш категориялары буйынса еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнде: 16 йәштән 29 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар араһында Ралина Таһирова 1-се урын яуланы, 2-се урынды Карина Иванова алды, 3-сө урында Влада Ильмурзина. 30 йәштән 39 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар араһында Гөлнур Ҡолшәриповаға етеүсе булманы, икенсе урында Светлана Әхмәҙиева килде, Регина Халиҡова өсөнсө булып килде. 40 йәштән 49 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙарҙан 1-се урынды Марина Хәмиҙуллина яуланы, 2-се урынды Елена Юнысова алды, 3-сө урынға Земфира Мөхәмәтгәрәева сыҡты. 50 йәштән 59 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар араһында Гөлфиә Хоҙайғолова беренсе булһа, Фирҙәүсә Мостафина икенсе урында, Гөлүзә Юлмөхәмәтова өсөнсө булып килде. 60 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рита Рәхимҡолова 1-се урынға лайыҡ булды, 2-се урынды Флизә Рәжәпова алды. 16 йәштән 29 йәшкә тиклемге ир-егеттәр араһында Эльмир Миһранов, 2-се урында Фәнзил Ноғоманов, 3-сө урынды Фәһим Көҫәпҡолов алды. 30 йәштән 39 йәшлектәр араһында Петр Кириллов 1-се урынға лайыҡ булды, Данис Яров 2-се урынға сыҡты, 3-сө урынды Владимир Кириллов алды. 40 йәштән 49 йәшкә тиклемге ир-егеттәр араһында 1-се урынды Рәсүл Фәттәхов алды, 2-се урында – Солтан Салтыков, 3-сө урынға Рәмил Хисаметдинов сыҡты. 50 йәштән 59 йәшкә тиклемге ир-егеттәр араһында Роберт Ғәйфуллин 1-се булды, Радик Зәйнуллин 2-се булып килде, Радик Миһранов 3-сө урынды алды, 60 йәштән өлкәндәр араһында Юрий Кириллов 1-се урынға лайыҡ булды, Салауат Нафиҡов 2-се урынды яуланы, Миңлеғәле Абдуллин 3-сө урынға сыҡты. Саңғы спортының иң оло ҡатнашыусыһы Миңлеғәле Абдуллин һәм иң йәш ҡатнашыусыһы Фәһим Көҫәпҡолов та билдәләнде. Шулай уҡ бөтә тейешле нормативтарҙы үтәгәндәре өсөн Ҡырмыҫҡалы телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре Альбина Насирова, Рәфис Исламов һәм Вячеслав Бухмастовтарға ГТО билдәләре тапшырылды.
Ошондай спорт саралары сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалап ҡына ҡалмай, саңғы ярышын һөйөүселәрҙе берләштерә һәм ялды күңелле үткәрергә мөмкинлек бирә. Саңғы юлында киләһе осрашҡанға тиклем!
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.