Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
15 Февраль 2024, 09:57

27 тапҡыр... Циркуль менән...

Ундай ҡанһыҙ кеше мәктәптә нисек эшләгән?

27 тапҡыр... Циркуль менән...27 тапҡыр... Циркуль менән...
27 тапҡыр... Циркуль менән...

Ундай ҡанһыҙ кеше мәктәптә нисек эшләгән?

Свердловск өлкәһендә булған хәл. 

Бер ҡасаба мәктәбендә уҡытыусы баланың ҡулына циркуль менән 27 тапҡыр сәнскән. 2-се класта ғына уҡыған баланы шулай язаларға мөмкинме?

Уҡытыусы аҡланып маташҡан: йәнәһе, малай классташ ҡыҙыҡайын тырнаған. Шунан ул малайҙы таҡтаға саҡырып сығарған да, ҡулынан тотоп, циркуль менән сәнскеләгән. Меҫкен бала шулай яралы килеш өйөнә ҡайтҡан. Атаһы уны травмпунктҡа алып барған. Һанаһалар, баланың ҡулында 27 яра!

Әле педагогты тәфтишселәр тикшерә.

Ҡот осҡос!

 

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас