Даирә
+24 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
14 Февраля 2024, 12:11

Маҡсат – заманса класс булдырыу

Ф.Әсәнов исемендәге Боҙаяҙ мәктәбе уҡыусылары инициативалы бюджетлау проектында әүҙем ҡатнаша.

Маҡсат – заманса класс булдырыуМаҡсат – заманса класс булдырыу
Маҡсат – заманса класс булдырыу

Йыл башында мәктәптәрҙә инициативалы бюджетлау проекттарын һайлап алыу конкурсына старт бирелде.
8-11-се класс уҡыусылары төрлө ҡыҙыҡлы биш проект тәҡдим иттеләр: “Фантазия” балалар инициативаһы үҙәге, “Инеш” заманса мәктәп музейы, “Интеллектуаль өлкә” мобиль класы, “Комфорт” ял итеү зонаһы, “Релакс” сенсорлы кабинет булдырыу.
Проекттар әҙерләп бөткәс, 29 ғинуарҙа уҡыусыларҙың йыйылышы үтте. Унда улар проекттары менән сығыш яһанылар һәм презентация күрһәттеләр. Бөтә проекттар ҙа йылы ҡабул ителде. Уҡыусылар проекттарҙы һайлау буйынса тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашты. Күпселек тауыш менән “Интеллектуаль өлкә” мобиль класын булдырыу проекты еңеү яуланы.
Уҡыусыларҙың баш­лан­ған эштәре файҙалы һәм һөҙөмтәле булыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Илүзә БИКМӘТОВА,
тәрбиәүи эш буйынса директор урынбаҫары.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас