Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
13 Февраль 2024, 16:33

Әсәй наҙы етмәй шул...

"Иң насары – ул үҙ күрһәтмәләренән баш тарта һәм ғәйебен тулыһынса танымай башланы. Диананы ғәйепле итергә тырыша”, – тип яҙа артист.    

Әсәй наҙы етмәй шул...Әсәй наҙы етмәй шул...
Әсәй наҙы етмәй шул...

"Иң насары – ул үҙ күрһәтмәләренән баш тарта һәм ғәйебен тулыһынса танымай башланы. Диананы ғәйепле итергә тырыша”, – тип яҙа артист.

 

Әнүәр Нурғәлиев гастролдәрҙә булып ҡайтты. Баҡһаң, тамашасылары концерттарға яратҡан йырсыһының һеңлеһе Диананың балаларына күпләп бүләктәр килтерә икән. Хәтерегеҙгә төшөрбеҙ, былтыр 9 майҙа билдәле блогер, өс бала әсәһе Диана Сәфәрәва юл-транспорт ваҡиғаһында фажиғәле һәләк булғайны. Уның мәктәптә уҡыған ҡыҙы һәм бәләкәй игеҙәк малайҙары етем ҡалды.

Быны белгән тамашасылар концерт һайын Әнүәр Нурғәлиевҡа балалар өсөн тип уйынсыҡтар, күстәнәстәр бирә икән.

“Бүләктәрҙең һаны юҡ, машинаға көскә һыйҙырҙым”, – ти йырсы. Әнүәр Нурғәлиев әйтеүенсә, балалар бүләктәргә бик ҡыуанған һәм уларҙы биргән һәр кемгә рәхмәт белдергән.

“Балаларҙы бик һағынғанмын. Иҫән-һауҙар, ҙурайғандар. Апайым менән еҙнәм дә һәйбәт. Һеҙгә күстәнәстәр, саҙаҡалар өсөн рәхмәт әйтәләр. Балалар... йылмаймайынса ҡарамай булмай. Бәләкәстәрҙе нисек кенә йыуатһаң да, әсәй наҙы етмәй инде.

Судҡа килгәндә, ул әле һаман тамамланмаған. Ике айҙан бер йыл була инде ул аварияға. Ғәйепләнеүсе ошо осорҙа өс адвокат алмаштырҙы һәм ваҡытты һуҙа. Ул һәм уның туғандары бер тапҡыр ҙа балаларҙың яҙмышы менән ҡыҙыҡһынманы. Ярҙам тураһында әйтеп тә тормайым. Иң насары – ул үҙ күрһәтмәләренән баш тарта һәм ғәйебен тулыһынса танымай башланы. Диананы ғәйепле итергә тырыша”, – тип яҙа артист.

Артистың фанаттары уның балаларҙы ташламауын, һәр саҡ барып тороуын хуплай. “Яндарында Әнүәр ағайҙары булыуы – бәхет”, ”Балалар үҫкән, сәләмәт булһындар”, "Апайығыҙ менән еҙнәгеҙгә балаларҙы үҫтереп аяҡҡа баҫтырырға Хоҙай ярҙам бирһен”, “Эх, өйҙә Диана булмағас, күңелһеҙ. Аллаһы Тәғәлә барыһын да күрә, был кеше үҙенә тейешен барыбер аласаҡ” һәм башҡа комментарийҙар яҙғандар.

Фото һәм сығанаҡ: "Интертат". 

Автор:Альфия Мингалиева
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас