Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
13 Февраль 2024, 16:05

Картуфтан уңыш алыу тураһында бөгөндән хәстәрлә

Өлкән быуындың бындай тәжрибәһе кемгәлер файҙалы булыр, бәлки.

Картуфтан уңыш алыу тураһында бөгөндән хәстәрләКартуфтан уңыш алыу тураһында бөгөндән хәстәрлә
Картуфтан уңыш алыу тураһында бөгөндән хәстәрлә

Өлкән быуындың бындай тәжрибәһе кемгәлер файҙалы булыр, бәлки.

Минең күҙәтеүҙәрем буйынса, картуф сәсеү ваҡытын һәм ҡайһы бер нескәлектәрҙе барыһы ла белеп етмәй.

Беҙ, һуғыш балалары, башлыса картуф ашап үҫтек. Ер бүлемдәре 20-25 сутыйҙан кәм булманы. 20 сутыйлыҡ картуф баҡсабыҙҙы күп йылдар бер үҙем эшкәрттем (апай-ағайҙар ситкә таралышып бөттө), әсәйемдең һаулығы лә шәптән булманы (юғары ҡан баҫымы менән йонсоно). Ул балаларын был эштең бөтә нескәлектәренә өйрәтте. Беҙгә төбәлгән бөтә нәмәне еренә еткереп башҡарырға кәрәк ине.

Шулай итеп, ултыртыу тәртибе:

Картуф иртәрәк өлгөрһөн өсөн уның бер өлөшөн (ғәҙәттә 1-2 биҙрә) иртәрәк шыттырыр өсөн баҙҙан сығарырға кәрәк. Бының өсөн ярыҡһыҙ һәм серемәгән эреләрен һайлайҙар. Миңә 16 март көнө яҡшы хәтерҙә ҡалған, һәм беҙ йыл һайын был эште шул көнө үтәнек.

Кемдәрҙең өйө яҡты, улар был яҙғы орлоҡтарҙы йәшниктәргә (бер рәттә) йәки тәҙрә эргәһендәге тәрилкәгә, яҡтылыҡҡа ҡуя. Тәҙрәләребеҙ төньяҡҡа ҡарап торғанлыҡтан, һәр картуфты ҡайһы берәүҙәр хәҙер һуғанды бәйләме менән һаҡлаған йүкә бауы менән биш-алтауһын рәт-рәт бәйләйбеҙ, оҙон ҡаҙаҡтар ҡаҙаҡланған өрлөктәргә аҫып ҡуябыҙ. Шулай итеп улар йыуан, йәшел үҫентеләр бирә. Ҙур картуфты ултыртыр алдынан өлөштәргә бүләләр, һәр киҫәктә бер нисә үҫенте ҡала. Бындай орлоҡтарҙы 1-9 майҙа йортҡа яҡыныраҡ тиреҫе күп булған уңдырышлы тупраҡҡа ултырталар. Тиҙ арала уңыш алыу өсөн ерҙе тәрән ҡаҙмай ултыртыр кәрәк.

Был картуф тәүге һыуыҡтарҙан алда (7 көн ултырғандан һуң) күтәрелә, шуға күрә ер өҫтө өлөшөн тулыһынса тиерлек бөтә үҫентене ҡаплап күмергә тура килә.

Ҡырау ғәҙәттә ике тапҡыр була: сыйырсыҡтар себеш сығарғанда һәм муйыл сәскә атҡанда (бер ыңғай хәтергә төштө, ҡалала йәшәй башлағас, баҡсала сәскә атҡан ҡыуаҡтарҙы һәм алма ағастарын ҡырауҙан һаҡлар өсөн төн буйына улар аҫтында усаҡ яға инек. Шул саҡта, төтөн һалҡын һауаны ергә төшөрмәй).

Ҡырауҙарҙан һуң, тупраҡты таратырға кәрәкмәй, үҫемлек үҙе лә яҡшы күтәрелә. Был ысул менән ултыртылған картуф күпкә иртәрәк өлгөрә. Йәш картуфты тәмләп ҡарау өсөн беҙ ҡайһы берҙә июнь аҙағында уҡ сәскә атҡан ҡыуаҡтарҙы йолҡа башлай инек.

Ә ҡалған бөтә баҡса өсөн орлоҡтарҙы баҙҙан ултыртыуға 2 аҙна ҡалғас сығарырға кәрәк, ул йылыла үҫеүгә әҙерләнә. Беҙ ни өсөндөр тап 15 майҙа (+ йәки һауа шарттарына ҡарап) ултырттыҡ. Үҫентеләр һауа температураһына ҡарап ултырғандан һуң 15-25 көн үткәс күренә башлай. Үҫеү ваҡытын ике ҡырауҙан һуң иҫәпләгәндәрҙер, тип уйлайым. Юғиһә бөтә баҡсаны йәшел өлөшөн (юғарыла һүрәтләнгәнсә, үҫеп сыҡҡан картуф тураһында) көтөлгән һыуыҡтарҙан алда ҡаплап алыу мөмкин түгел. Әсәйем беҙгә картуфты тәпке менән түгел, ә көрәк менән күмергә ҡуша ине. Тупраҡты һаҡ ҡына картуф тамырына үҫемлек һабағы янында канау һымаҡ соҡор барлыҡҡа килерлек итеп һалдыра ине. Шул саҡта ямғыр рәт араһына ағып төшмәй, ә ошо соҡорға эләгә. Ямғырҙар һирәк яуһа ла, ниндәйҙер өлөшө тамырҙарға барып етә.

Һуңғы ваҡытта мин 15 майға тиклем бик иртә ултыртыуҙарын күрәм. Был иртә өлгөрөүгә килтерә, август айында, хатта июлдә ҡаҙып алалар. Шуға күрә картуф һарғая, серей, яҙға ҡарай насарая. Беҙ һәр ваҡыт ҡәтғи рәүештә 15 сентябрҙән ҡаҙып алдыҡ. Ҡаҙып алынған картуф йәшәрмәһен өсөн кипкәнсе бер көндән артыҡ яҡтыла ҡалдырманыҡ. Синтетик тоҡсайҙарҙа ла ул бер аҙна эсендә йәшелләнә. Ә йәштәр, ҡояшлы урында түгел, тип баҡса өйөндә тоҡҡа һалып ҡалдыралар. Әммә яҡтылыҡ барыбер был тоҡсайҙарға үтеп инә, картуф йәшелләнә, ҡулланыуға яраҡһыҙ, ағыулы була (соланин бүленеп сыға).

Бәлки, өлкән быуындың бындай тәжрибәһе кемгәлер файҙалы булыр.

Зәйтүнә Көҫәпова яҙмаһы 09.02.24.

Руссанан Рүзилә Ҡолөмбәтова тәржемәләне.

Фото: Рүзилә Ҡолөмбәтова, Гүзәлиә Зәйнуллина.

 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас