Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Февраль , 15:47

Исми Әғзәм доғаһының шифаһы ҙур

Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылының ҡатын-ҡыҙҙары яугирҙәргә ит быҡтырһа, ағинәйҙәр изге доғанан бетеүҙәр эшләгән.    

Исми Әғзәм доғаһының шифаһы ҙур
Исми Әғзәм доғаһының шифаһы ҙур

Бөгөн республиканың һәр район һәм ҡалаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр өсөн бар яҡлап ярҙам күрһәтелә. Ошо көндәрҙә Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылының ҡатын-ҡыҙҙары яугирҙәргә ит быҡтырһа, ағинәйҙәре бергәләшеп махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә изге доғанан бетеүҙәр эшләгән.

Бетеүҙең ҙур көскә, ҡөҙрәткә эйә булыуы күптән билдәле. Элек-электән ауылдарҙа көслө муллалар, өшкөрөүселәр, абыстайҙар, уҡымышлы кешеләр күп булған. Яуға киткән һалдаттарға бетеү тағыу ҙа шул замандарҙан ҡалған матур йола. Бетеүҙәр өсмөйөш итеп эшләнеп, эсенә бөйөк көскә эйә булған доғалар яҙылған. Мөжәүир хәҙрәт, мәҫәлән, Исми Әғзәм доғаһының шифаһы ҙур, тип һанаған һәм шуны яҙып бирер булған.


Изге эшкә Флүрә Әсләм ҡыҙы фатиха биргәс, Рәхимә Ниғмәтйән ҡыҙы бетеү эсенә һалынасаҡ Аятел Көрси сүрәһен, Йәсин сүрәһенән 9-сы аятты, һ.б доғалар уҡыған. Бисмиллаһ менән башлап, Земфира Сәлмән ҡыҙының мөнәжәттәрен , "Йәнтөйәк" фольклор коллективының моңло йырҙарын тыңлап, барлыҡ әсә наҙын, һөйөүен һалып, эштәренең осона сыҡҡан инәйҙәр.


"Беҙҙең әҙерләгән бетеүҙәр яугирҙәргә тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтырға көс өҫтәһен, ғүмерҙәрен һаҡлаһын", - ти аҡ яулыҡлы ағинәйҙәр.

Ауылдың уңған ҡатын - ҡыҙҙары ауылдаштары Алмаз Илҽмбәтов һәм Фаягөл Камалова (Юнысова) ҡорбан итеп салдырған ике һарыҡтан 60 банка ит быҡтырып, махсус хәрби опҽрацияла хҽҙмәт иткән яҡташтарына ҽбәрҽргә әҙҽрләгән.

Фото һәм текст сығанағы: "Айыҡ ауыл- Оло Әбеш ауылы" төркөмөнән.

Автор:
Читайте нас: