Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Февраль , 19:16

Зәйтүнә инәй ҡара һағыҙ ҡайнатырға өйрәтә

Һеҙҙең ауылда был һағыҙҙы әҙерләй белгән инәйҙәр бармы?

Зәйтүнә инәй ҡара һағыҙ ҡайнатырға өйрәтә
Зәйтүнә инәй ҡара һағыҙ ҡайнатырға өйрәтә

Ғафури районынан Зәйтүнә Сираева ҡара һағыҙ эшләү сере менән бүлешкән

Башҡорттар бөгөнгө көнгә тиклем был үҙенсәлекле һағыҙ әҙерләү рецебын һаҡлай. Ғафури районының Сәйетбаба ауылында йәшәгән Зәйтүнә Сираева Республика халыҡ ижады үҙәгенең матди булмаған мәҙәни мираҫ бүлеге хеҙмәткәрҙәренә менән ҡайын һағыҙы (ҡайһы бер райондарҙа ҡара һағыҙ, туҙ һағыҙы) ҡайнатып күрһәткән.

Тәүҙә ҡағыҙ бите ҡалынлығындағы ҡайын туҙы һыҙырып әҙерләнә. Уны июнь-июль айҙарында ҡайын һут хәрәкәте әкренәйгән ваҡытта ҡырҡыу яҡшыраҡ. Яҙғы ваҡытта йыйып алһаң, ағасҡа зыян килтерергә мөмкин.

Һуңынан туҙҙы эстән аҡ май (ҡаймаҡ) менән майланған суйын ҡаҙанға тығыҙ итеп һалырға, һауытты ҡапҡас менән ябып утҡа ҡуйырға кәрәк. Болғау өсөн һалҡын һыуға тығып алыған ағас таяҡ ҡулланырға. Әҙерләү ваҡыты төрлөсә булырға мөмкин. Уртаса 1 сәғәт ваҡыт китә (ҡайындың сифатына, ут ҡеүәтенә, һауа торошона бәйле). Уны йыш болғатырға кәрәк, сөнки һағыҙ үҙ һутында әҙерләнә һәм янып китеүе ихтимал. Зәйтүнә Сираева кеүек тәжрибәле оҫталар һағыҙҙың еҫе буйынса әҙер булыуын тоя.

Әҙерләгәндән һуң ҡапҡасты асырға, массаны дымлы таяҡ менән һаҡ ҡына болғатырға кәрәк. Әммә бик иғтибарлы булырға кәрәк: ҡыҙған масса тиҙ янып китергә йәки бөтөнләй шартларға мөмкин.

Әҙер продукт концистенцияһы буйынса шыйыҡ ҡаймаҡты хәтерләтә. Әгәр ул бик ҡуйы булһа, бер аҙ аҡ май өҫтәп, тиҙ арала болғатырға мөмкин. Артабан ҡаҙанды һалҡын һыу менән тултырырға кәрәк. Ул бер аҙ һыуынып, масса ҡатып ҡалғас, ҡаҙан стеналарынан шул уҡ ҡатнаштырғыс йәки май менән майланған ҡулдар менән ҡара һағыҙҙы йыйырға кәрәк. Әҙер һағыҙҙы уңайлылыҡ өсөн ваҡ киҫәктәргә бүлергә һәм һыуыҡ урында һыу һауытында һаҡларға мөмкин.

Зәйтүнә Сираеваның хәтирәләре буйынса, әсәһе Әҙибә Сираева, аяҡ кейеме һәм дарыуҙары булмау сәбәпле, бындай һағыҙҙы балаларының табаны өйкәлеүен дауалау өсөн ҡулланған, тиреһенә һағыҙ массаһы һалған.

Һағыҙ тураһында халыҡ ижадында ла осрай: “Һағыҙ яңаҡ талдыра, сәтләүек эш ҡалдыра” тигән мәҡәл бар.

Туй йолаһында йәш кәләшкә шулай теләк теләгәндәр:

Иртән өйҙөң түрендә

Йоҡлап ятма, киленсәк.

Һағыҙ сәйнәп урамда,

Ғәйбәт һатма, киленсәк

Мәғлүмәт Республика халыҡ ижады үҙәгенең рәсми сайтынан.

Сығанаҡ: rcntrb

Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: