Даирә
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Февраль , 22:15

Таңһылыу Ҡарасурина. Һағыныу бәхете (хикәйә)

Бер ауылда тыуҙылар, бер урамда үҫтеләр. Бер мәктәптә уҡынылар. Бер йылғаның һыуында ҡойондолар...

Таңһылыу Ҡарасурина. Һағыныу бәхете (хикәйә)
Таңһылыу Ҡарасурина. Һағыныу бәхете (хикәйә)

Бер ауылда тыуҙылар, бер урамда үҫтеләр. Бер мәктәптә уҡынылар. Бер йылғаның һыуында ҡойондолар Ишморат менән, Әхиәр менән. Тегеләре онотолоп бөтә яҙған, ә бына йылғала һыу инеүҙәр бөгөнгөләй күҙ алдында Мәйсәрәнең.
Малайҙарҙың һыу төшә торған ерен "Малайҙар быуаһы, " - тинеләр, Быуа ине. Быуаның яры иркен, асыҡ. Малайҙар рәхәтләнә - ҡолас ташлап ярҙан ярға йөҙәләр, сумып, оҙаҡ ҡына юҡ булып торалар ҙа, сәпсим икенсе ерҙән килеп сығалар. Ярҙа аяҡтарын һыуға тығып, һыу сәпелдәтеп ултырған ҡыҙҙарҙың ҡаршыһында ҡалҡып сығалар ҙа ҡайһылары, анау Әхиәр, Ишморат һымаҡтары, "Бо-ох!" - тип ҡапыл ҡысҡырып, ҡыҙҙарҙы ҡурҡыталар. Ҡыҙҙар сар - сор итеп урындарынан ырғып тороп, ситкә ҡасалар. Һыу сәсрәтеп ҡала тегеләр арттарынан.
Малайҙарҙың һыуҙа аҡ балыҡтай уйнағандарын ҡарап тороу үҙе бер тамаша. Уларҙы ҡарап торһаң да оят түгел һымаҡ, уңайһыҙланмайһың да. Уларҙың ни шул бер кейем инде. Бөтәһе лә тиерлек әсәләре тегеп биргән төрөсөктәләр. Оялырлыҡ бер нәмәләре лә юҡ. (Өлкәнерәк ағайҙар килә башлаһа, ярҙа ҡыҙҙар ҡалмай.)
Малайҙар рәхәтләнә. Йөҙөп-сумып арығас, йәшел сирәмгә йөҙтүбән ятып, теш араһынан серт иттереп кенә төкөрөп ебәреп, гәп һатҡан булалар өйөрлө хәстрүштәр. Ырғып тороп, тағы кемуҙатеррҙан йүгерешеп баралар ҙа һыуға ташланалар.

Ҡыҙҙар улайта алмай. Уларҙың һыу инә торған ерҙәре быуанан өҫтәрәк ышыҡта, ике яҡ ярҙа үҫкән ҡуйы тал, муйыл, ерек араһында. "Ҡыҙҙар сөмбәйе" тиҙәр ауылда. Элек - электән бар. Һыуы ла тәрән генә.
Малайҙар быуаһы, Ҡыҙҙар сөмбәйе тип һөйләйҙәр әле лә, быуа күптән булмаһа ла, сөмбәйҙе уратып үҫкән ерек, муйылдар ҡороп бөтһә лә.

Ҡыҙҙар сөмбәйендә көндөҙ бәләкәстәр, үҫмерҙәр һыу инә. Кискә ҡалмай улар. Ҡояш Аҡбалсыҡ яғынараҡ ауа башлаһа, сөмбәйҙә бәләкәстәргә һыу инергә ярамай - тал араһында уларҙы бапаҡтар ҡарап ултыра икән. Ә кискәрәк, һыйырҙан алда, сөмбәйгә килгән йәш килендәр, еткән ҡыҙҙарҙан ул бапаҡтар үҙҙәре ҡурҡа икән. . Ә малайҙар быуаһында кискеһен тағы шау - шыу: йәш егеттәр, йәш ирҙәр һыу төшөргә киләләр быуаға. Улар һыуға сумһа, быуа гөрҫ итеп ҡала.

Ҡыҙҙар сөмбәйе - таҙа итеп йыйыштырылған үҙе бер матур донъя. Тал сыбыҡтарын көмбәҙләп үреп, "бүлмәләр" эшләгән ҡыҙҙар, сәскәләр бөйләп, биҙәп ҡуйғандар. Ботаҡтан ботаҡҡа тартылған кер бауҙары бер ҡасан да буш булмай - алмаш эс кейемдәре, яулыҡ - таҫтамалдар эленә. Бер ниндәй шар - шор юҡ - сөмбәйҙә, һыу инеү тәртибе шыпа икенсе бында. . Һыу инеүселәр тәүҙә сикәнес алалар ҙа һыу эсендә сүкәйеп бер килке ултыралар.Һөйләшәләр, серләшәләр. Сәстәрен, яурындарын, биттәрен һыулайҙар. Шунан ғына йөҙә башлайҙар. Ҡыҙҙарса йөҙәләр, ҡыҙҙарса сумалар. Ярға һуғылған тулҡын тауышы ла , тыйнаҡ ҡына көлөшөүҙәр генә ишетелә ҡыҙҙар сөмбәйендә кистәрен. Кискеһен һыу улар өсөн генә йылынып, әҙерләнеп тора, тиерһең. Шунан улар һабынлап, йүкә йыуғыслап йыуыналар. Сәстәрен йыуып, маңлайҙары тәңгәленә мөгөҙ итеп урап, кәкере тараҡ менән ҡыҫтырып ҡуялар. Иң һуңынан саҡ ҡына өҫтәрәк сайынып алалар ҙа теге бүлмәләр эсендә
бер - береһен ышыҡлап тороп, кейем алыштырып кейәләр. Шунан тастарына күҙ һабындарын, йүкә йыуғыстарын, башҡа нәмәләрен һалып ҡайтып китәләр. Кипһен, тип тағатып төшөрөлгән сәстәре ебәк һымаҡ, сикәләре бәрхәт кеүек йомшаҡ, үҙҙәре мамыҡтай еңел - осоп ҡына баралар.

Ҡыҙҙар сөмбәйендә еткән ҡыҙ сағында һыу ингән бер генә кискә барып ҡайтыр ине Мәйсәрә. Бер генә сәғәткә. Шул мәлен генә һағына. Унан ҡалғаны һағынырлыҡ түгел.

Һыу аҫтынан йөҙөп килеп, ниңәлер гел үҙенең генә ҡаршыһында "Бо -о -х!" - тип һыуҙан ҡалҡып килеп сыҡҡан Ишморатты һағына. Унан бер тотам да ҡалмай эйәреп йөрөгән, һыу эсенән Ишмораттың артынса сығып, сыйылдаҡ тауышы менән "Ба-ах!" - тип ҡысҡырып торған Әхиәрҙе күҙенә лә элмәгән сағын һағына.

Еләккә барғанда тағы ла бох - бах итеп урман араһынан килеп сыҡҡан малайҙар араһында Ишморатты ла күреп, ниңәлер ҡыуанған сағын һағына. Ҡулындағы өймәләм тулы күнәсеген төшөрөп ебәрһә лә, Әхиәр уны тибеп осорһа ла, ҡыуанып, йылмайып Ишморатҡа ғына ҡарап торған сағын ғүмер буйы һағынып йәшәй Мәйсәрә.

Тағы бер яҙҙы һағына ул. Ғүмерендәге иң матур яҙҙы.

...- Мәйсәрә, туҡта әле, һөйләмә миңә шул киноны! Әкиәт бит ул! Мәйсәрә! Мин һине малай саҡтан алып яратып йөрөйөм бит! Һин нисек шуны бер күрмәйһең? Һин тип йән атыуымды?
Ишмораттың был һүҙҙәренә Мәйсәрәнең аптырауы... Кинонан ҡайтып киләләр ине йәштәр. Ҡапыл Ишморат Мәйсәрәне ҡулынан тотоп туҡтатты шунда. Ситкәрәк тартты. Ике ҡулын түшенә ҡуша ҡыҫты.
- Күҙең бармы һинең, Мәйсәрә! В канса кансов!
Уға ҡалһа, нисек Ишморат үҙе күрмәгән быға тиклем Мәйсәрәнең ул тип, ут йотоуын?
Шул яҙғы кистә аңлашты ике ғашиҡ бер береһе менән. Ике күрәғарау, ике һуҡыр. Сәғәте һуҡҡанды ун йыл көткәндер уларҙың мөхәббәте. Беренсе синыфҡа бергә уҡырға барғандан алып көткәндер ошо яҙғы кисте.

Ишмораттың:
- Күҙең ҡайҙа һинең, Мәйсәрә! - тигән саҡтағы ҡайнар тынын һағына һаман.

Өс йыл армиянан ҡайтҡанын көтөп алды, хаттарын яратып, һағынып уҡый ине. "Ни өсөн хат яҙмайһың, әллә нисә хатыма яуабың килмәне," - тигәнгә лә аптырамай ине Әллә ҡайҙа ятҡан Венгрияға теүәл барып етмәһә лә ғәжәп түгел. Үҙенән дә хат килмәгән саҡтар күп булды.

Матур йәшәп алып киттеләр. Һоҡланмаған кеше булмағандыр уларға. Бер аҙым да артынан ҡалмай эйәреп йөрөгән Әхиәр генә килмәҫ булды Ишморат ҡорҙашына. Ярай, мәйеле.
Мәйсәрә берәй йомош менән берәйһенә сыҡһа, әсәһенә китһә, Ишморат:
- Кәләш, оҙаҡ йөрөмә, мине һағындырмай ғына ҡайтып ет, - тип ҡала ине.
- Кит инде, шулай түгелдер ҙә. Һағынам, тип килештереп ебәрәһең.
Мәйсәрә көлә, ә Ишморат ысынлай:
- Күҙемдән осоп сығып барған һымаҡһың бит, кәләш! Ҡалайтайым һуң?
Уныһы нимә тигән һүҙ булғандыр, әле аңламай ине Мәйсәрә.

Бына хәҙер Ишморатының шул һүҙҙәрен һағына.
- Күҙемдән осоп сығып бараһың...
Күреп туя алмаҫтай ғына булып йөрөгәндер Ишмораты. Ниҙер булырын алдан тойғандыр, күрәһең. Күрәҙәсе кеүек ине ул, ни әйтһә, шул раҫҡа сыға торғайны.

Өйлөк ағас ҡырҡырға, тип урманға барғанда, бысып йығылған ҡарағайҙың уҡ шикелле осло ботағы һынып осоп, башының бәпәйҙәр лепкәһенә сәнселә төшкән ғәзизенең, йәндәй күргән йәренең. Ишморат, ыһ тип әйтергә лә өлгөрмәй йән биргән. Ул ҡәһәрле өйлөк ағасты алдырманы Мәйсәрә. Уны әлеге Әхиәр һатып алып буратты, өй итеп ултыртты. Ул да өйләнгән ине инде. Ҡатынына көн күрһәтмәй, бик ҡаты ҡылана, тигән хәбәрҙәрҙе Мәйсәрә сала - сарпы ишеткеләне.
Икенсе ҡыҙы Ишморат үлгәндә буйында ҡалғайны Мәйсәрәнең. Улары ла үҫте, бер - бер артлы уҡый башланылар. Ишмораттың вафатына һигеҙ йыл тигәндә Әхиәр ҡатынһыҙ ҡалды. Йөрәге бөткән булған бисараның. Унан һуң Әхиәр ҡатын ала торҙо, улары кире ҡайта торҙо. Бер ҡышҡы кистә, ике улын эйәртеп, Әхиәр Мәйсәрәләргә килеп инде.
- Малайҙарҙы алып ҡалып тормаҫһың микән, ҡорҙашбикә? Мин йөрөп киләйем, тигәйнем. Ҡатынһыҙ ҙа булмай бит...
Күҙҙәрендә нур юҡ ине малайҙарының. Әсәйһеҙ етемлектең ни икәнен Мәйсәрә балаларҙың ҡарашынан аңланы.
- Ярай, йөрөмә. Икәүләп үҫтерәйек балаларҙы.
Әхиәрҙең ҡырынғыс күрмәгән, шырт баҫҡан йөҙө балҡып китте, ауыҙы йырылды, күҙҙәрендә ниндәйҙер кинәнес сағылды.
Сит балалар хаҡына шундай ҡарарға килеүенә аҙаҡ үкенһә лә түҙҙе Мәйсәрә Әхиәрҙең холҡона. Кинәнесле йылмайыуы үсле йылмайыуы булған икән Әхиәрҙең . Эсеп алһа, бөтә ҡара серен сисә башлар ине.
- Барыбер миңә ҡалдың, Ишморатың әллә кем булып йөрөһә лә.
- Ауылда иң шәп өй минеке буласаҡ! - тиһә лә ҡырҡҡан ағасы миңә булды бит, әй..
- Һине яратыуы тураһында иң тәүҙә, тәүҙә үк миңә әйтте. Һиңә түгел, ә миңә!
- Мин дә һине яратып йөрөйөм, ә ул миңә һине һөйләй.
- Хаттарын ҡалай килештереп яҙған булалар бит әле. Тфү! Осрашыр минуттарҙы зарығып көтәм, имеш. Ә миңә һаумы ла тимәй инең. Барыбер миңә ҡалдың...
- Һинең күҙҙәрең.... Һинең сәстәрең... Зифа буйың.... Нескә билең....
- Миңә һөйләй... Мин ултырам тыштан йылмайып, эстән үртәлеп. Тфү!
- Барыбер миңә ҡалдың. Ишмораттың ҡалдығы...

Нисәмә йыл үсле күңелен көнсөллөк ҡорто кимергән икән Әхиәрҙең. Үҙ ихтыяры менән ир итеп, зәһәрен тыңлап йәшәне. Бер көн йәшәмәҫ ине, үҙ ҡыҙҙары ыңғайына әсәй ҙә әсәй, тип күҙенә генә ҡарап торған Даян менән Раян булмаһа. Үҙе Мәйсәрә менән Ишмортаттың донъяһында йәшәне, үҙе иләмһеҙ ҡорт булып, Мәйсәрәнең йәнен кимерҙе.

Эске етте башына. Эсеү алдына сығармай бит кешене, эйәртеп алып йөрөп һәләк итә. Көнсөллөк ҡорто ла араҡыға сәсәп үлгәндер, моғайын. Әхиәр менән йәшәгән йылдары баҫлыға - баҫлыға йоҡлағандағы яман төш һымаҡ Мәйсәрәгә.

Ә Малайҙар быуаһын, Ҡыҙҙар сөмбәйен, сәселеп киткән еләктәрен, тәүге төн ләззәттәрен, Ишморатының ҡайнар һулышын, аҡыллы ҡарашын - ошо бәхетен Мәйсәрә һағынып йәшәй. Ҡыҙҙар сөмбәйендә, ҡуйы тал ышығында икәүләп һыу ингән йылы йәйге төндө, талдан ишелгән бүлмәлә бер - береһенә һыйынышып аттырған таңды мәңге онотасағы юҡ уның. Ошо һағыныу бәхете Мәйсәрәне мөхәббәтле итеп йәшәтә.

Сығанаҡ: хикәйәләр төркөмө

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас в