Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Февраль , 20:09

Сөгөлдөр салаты йөрәкте нығыта

Бигерәк тә сей сөгөлдәрҙән салаттар файҙалы

Сөгөлдөр салаты йөрәкте нығыта
Сөгөлдөр салаты йөрәкте нығыта

Бигерәк тә сей сөгөлдәрҙән салаттар файҙалы: мейенең эшмәкәрлеген әүҙемләштерә, йөрәк-ҡан тамырҙарын нығыта. Түбәндә бер нисә сөгөлдөр салаты. 

Сөгөлдөр фолий кислотаһына бай, йөҙөм, күрәгә ҡушып ебәргәндә, уның файҙалы үҙенсәлеге тағы ла арта төшә.

Организмды һауыҡтырыу өсөн ете көн сөгөлдөрҙө сей килеш әҙерләп ашарға мөмкин. Түбәндә бер нисә сөгөлдөр салаты.

Һарымһаҡ һәм сәтләүек менән әҙерләнгән салат өсөн кәрәк:

Бер сей сөгөлдөр, 100 грамм грек сәтләүеге, өс теш һарымһаҡ, бер кишер, ҡаймаҡ йәки үҙегеҙ эшләгән майонез.

Йәшелсәләрҙе таҙартып ҡырабыҙ һәм бергә бутайбыҙ. Массаға иҙелгән һарымһаҡты һәм ваҡланған сәтләүекте ҡушабыҙ. Ҡаймаҡ йә майонез менән болғатып ашайбыҙ.

Сөгөлдөр, алма, бал менән салат өсөн:

Бер сей сөгөлдөр, ике алма, бер ҡалаҡ бал, бер ҡалаҡ үҫемлек майы, өс ҡалаҡ лимон һуты, яңы өҙөлгән йәшел ҡыяҡлы тәмләткестәр кәрәк.

Таҙартылған сөгөлдөр менән алманы ҡырабыҙ, уға лимон һуты һәм бал өҫтәйбеҙ. 4-5 минут торғас, үҫемлек майы ҡоябыҙ, йәшел үләндәрҙе һибәбеҙ һәм файҙалы ризыҡ әҙер! Бындай ҡатнашмалы аҙыҡ организмды токсиндарҙан һәм шлактарҙан таҙарта.

Кәбеҫтә һәм сөгөлдөр салаты.  

Бер сөгөлдөр, 200 грамм кәбеҫтә, ике алма, өс ҡалаҡ етен майы, бер ҡалаҡ лимон һуты алына.

Кәбеҫтәне нәҙек итеп турайбыҙ, алма менән сөгөлдөрҙө ҡырабыҙ. Ашар алдынан ғына йәшел тәмләткес үлән һибәбеҙ. Был салатты һепертке тип атайҙар. Ашҡаҙан-эсәк юлын яҡшы таҙарта.

Йогурт менән сөгөлдөр салаты.

Кәрәк: бер сөгөлдөр, 150-шәр грамм ҡара кипкән емеш һәм сәтләүек, бер балғалаҡ бал, 150 мл йогурт.

Әҙерләү:

Ҡырылған сөгөлдөргә ваҡ туралған кипкән емеш, сәтләүекте ҡушабыҙ, йогурт һәм балды ҡушып болғатабыҙ. Был салат тирене матурайта.

Л. Үтәғолова фотоһы.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: