Даирә
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Февраль , 22:58

Елкәгә ултырған тоҙҙо нисек бөтөрөргә?

Елкәгә тоҙ ултырыуын икенсе төрлө «умыртҡа бағанаһының  елкә өлөшө остеохондрозы» тип тә йөрөтәләр. 

Елкәгә ултырған тоҙҙо нисек бөтөрөргә?
Елкәгә ултырған тоҙҙо нисек бөтөрөргә?

Елкәгә тоҙ ултырыуын икенсе төрлө «умыртҡа бағанаһының  елкә өлөшө остеохондрозы» тип тә йөрөтәләр. Умыртҡа бағанаһының был бүлеге организмдың мөһим өлөшө булғанлыҡтан, ундағы үҙгәрештәр  тотош организмда етди үҙгәрештәргә килтерә.

 

 Елкә өлөшө битте, елкәне һәм баш мейеһен туҡландырыусы  ҡан тамырҙары менән нервыларҙың тупланған урыны булып тора. Бынан тыш, нервы бөтөмдәре ҡыҫылыу һөҙөмтәһендә баш ауырта, аяҡ-ҡулдар ойой, мускулдар йомшара һәм  хәлһеҙлек барлыҡҡа килә.

Елкә остеохондрозынан ҡотолоу өсөн һеҙгә картуф, бал, аҡ шыршы (пихта) майы кәрәк буласаҡ.  Уларҙан компресс эшләргә була.  Бының өсөн  ҡырғыстан үткәрелгән картуфҡа 1:1 нисбәтендә бал ҡушып бутарға һәм елкә менән яурынға компресс итеп ябырға.  Өҫтөнә ҡағыҙ ябып, йылы әйбер менән бәйләп, нығытып ҡуйығыҙ.  2 сәғәт тотҡандан һуң сисеп, урынын еүеш салфетка менән һөртөп, аҡ шыршы майы менән майлағыҙ.

ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: