Даирә
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Февраль , 14:23

Ишембайҙа ваннала батып үлгән сабыйҙың әсәһенә хөкөм ҡарары сығарылды

Ишембайҙа суд бер йәшлек балаһы ваннала батып үлгән 25 йәшлек ҡатынға хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә дусар итеүҙә ғәйепле тип танылды.

Ишембайҙа ваннала батып үлгән сабыйҙың әсәһенә хөкөм ҡарары сығарылды
Ишембайҙа ваннала батып үлгән сабыйҙың әсәһенә хөкөм ҡарары сығарылды

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фажиғә 2023 йылдың 22 ноябрендә булған. Әсә бер йәшлек улын ваннала йыуындырған саҡта телефон шылтыраған. Ул һөйләшкән арала ҡарауһыҙ ҡалған сабый батып үлгән. Табиптарға малайҙың үлемен теркәргә генә ҡалған.

«Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа ғәйебен таныны. Суд уны 10 айға иркенән сикләне. Әлегә ҡарар ҡарар законлы көсөнә инмәгән», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-02-09/v-bashkirii-vynesli-prigovor-materi-za-gibel-malysha-v-vannoy-3637086

Автор:Ләйсән Закирова
Автор:
Читайте нас в